Ауыл уттары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Кесерткәндең ун сирҙән файҙаһы!

Йәш кесерткәнде бөгөндән үк йыйып ҡал!  

Кесерткәндең ун сирҙән файҙаһы!
Кесерткәндең ун сирҙән файҙаһы!
Ҡыш буйы хәлһеҙләнгән организм өсөн йәш кесерткәндән дә файҙалы үлән юҡ, ти олалар. Мәҫәлән, унан бынамын тигән щи бешерергә мөмкин. Бигерәк тә уның япраҡтары витаминдарға, атап әйткәндә, аскорбин кислотаһына һәм каротинға, шулай уҡ К, В2, В3 витаминдарына бай.
Йәш кесерткәндә яман шешкә ҡаршы матдәләр бар, ҡанды таҙарта, ялҡынланыуҙы бөтөрә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, шулай уҡ тынысландыра ла. Уны йәш сағында йыйып ҡалыу күпкә яҡшыраҡ һәм файҙалыраҡ та. Уны шулай уҡ туберкулез, геморрой, сей шеш булғанда ла ҡулланырға мөмкин, кесерткән ҡандағы шәкәрҙе кәметә һәм бөйөрҙөң эшен яҡшырта. Бала имеҙгән ҡатындарға ла уның төнәтмәһен эсергә тәҡдим ителә, ул һөт килеүен арттыра.
Кесерткәндән төнәтмәне былай эшләйҙәр: 1 аш ҡалағы ҡоро кесерткән япрағын (3-4 йәш кесерткән япрағын да файҙаланырға була) бер стакан ҡайнар һыуға һалып бер сәғәт тоторға һәм һөҙөп алырға. Көнөнә 2-3 тапҡыр стакандың өстән бер өлөшөн ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә. Кесерткәнде ҡандың тиҙ ойошҡанлығында, гипертоник сирҙәр һәм атеросклероз осраҡтарында файҙаланыу тыйыла.
Хужабикәләр ҡуҙғалаҡ, кесерткән, йәшел һуған ҡушып салат эшләй, теләүселәр унан аш һәм бөйөрөк бешерә.
Шулай уҡ кесерткәнде матурлыҡ өсөн дә ҡулланалар. Сәс ҡойолғанда кесерткәнгә ҡайнар һыу ҡойоп, төнәтеп, шуның һыуы менән сәсте сайҡарға кәңәш ителә. Шулай уҡ гүзәл заттар биткә төрлө маска эшләүҙә файҙалана.
Йәшел үләнгә баҫтыҡ, әйҙәгеҙ, аяҡ аҫтында ятҡан файҙалы үләндәрҙе йыя башлайыҡ. Иртәгә һуң булыуы мөмкин...
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
 
Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: