Тамырҙар һығылмалы булып ҡалыр. Ә был, үҙ сиратында, йөрәк-ҡан ауырыуҙарына профилактика булыр. Күҙҙе яҡшырта, тәнде йәшәртә. Бының өсөн 100 г ромашка, 100 г һары мәтрүшкә, 100 г үлмәҫ гөл, 100 г ҡайын бөрөһөн кофемолкала иҙеп алабыҙ. Үлән порошогын эмалле кәстрүлгә һалып ҡуябыҙ.
Кис 1 аш ҡалағы ҡатнашманы ярты литр ҡайнар һыуға һалабыҙ. 20 минут төнәтәбеҙ һәм һөҙәбеҙ.
1 стакан төнәтмәгә 1 балғалаҡ бал һалып болғатабыҙ.
Киске аштан һуң ошоно эсәбеҙ. Бынан һуң бер нәмә лә ашарға ла, эсергә лә ярамай.
Иртәнсәк һыу парында ҡалған төнәтмәне йылытабыҙ ҙа шулай уҡ 1 балғалаҡ бал ҡушып болғатабыҙ ҙа эсәбеҙ.
Ошо рәүешле ҡатнашма бөткәнсе көн һайын ҡабатлайбыҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ! Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Сығанаҡ:https://vk.com/feed?section=likes&w=wall-33711741_65636