Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр

Бәпембәнән файҙалы бал!

Бындай балды кем генә яратмай икән? Беҙҙән һеҙгә рецепт!

Бәпембәнән файҙалы бал!Бәпембәнән файҙалы бал!
Бәпембәнән файҙалы бал!

Бәпембәнең "башын" ғына өҙөп, 400 бөртөк йыябыҙ. Һары сәскәләрҙе генә һайлап алабыҙ.
Йәшел төбөн һалһаң, әскелт тәм бирә.

1 литр һыуға һалып, уны һүрән утта 10 минут ҡайнатабыҙ. 1 сәй ҡалағы лимон кислотаһын һалып, тағын 25 минут һүрән утта ҡайнатабыҙ.

Сәскәләрҙе йыумағыҙ. (Шуның өсөн уларҙы таҙа урындан йыйығыҙ. Ваҡ бөжәктәр ҙә эләкмәһен.)
Сөнки бәпембәләге һеркә йыуылып төшәсәк, файҙаһы ҡалмай.

Ҡайнатҡас, сәскәләрҙе һөҙөп алабыҙ, шул һыуға 1кг 200 гр. шәкәр ҡомо һалып 35-40 минут ҡайнатабыҙ.
Яңы айыртҡан бал кеүек ҡайнатма килеп сыға.

Ҡайнатманы таҙа банкаларға һалабыҙ. Көн дә иртән ас ҡарынға ярты стакан ҡайнаған һыуға бер аш ҡалағы һалып, болғатып эсәбеҙ.

Сәләмәт булығыҙ! Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!

Сығанаҡ: https://vk.com/feed?w=wall-131233848_26243

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас