Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр

Бауырҙы таҙартабыҙ

Бауыр таҙа булһа, бөтә организм сәғәт кеүек кенә эшләп китер.

Бауырҙы таҙартабыҙБауырҙы таҙартабыҙ
Бауырҙы таҙартабыҙ

Өй шарттарында бауырҙы бөтнөк-лимонлы эсемлек ярҙамында таҙартып була. Ул шунда уҡ организмдың торошон яҡшырта һәм бауырҙан токсиндарҙы сығарырға ярҙам итә.
Бының өсөн алабыҙ:
Бер ус бөтнөк (мята) япраҡтары,
1 лимон һуты,
1 әфлисун һуты,
1 литр һыу,
3 аш ҡалағы бал.
Әҙерләү:
Һыуҙы тәрән металл мискәгә ҡойоғоҙ һәм плитәлә йылытығыҙ.
Япраҡтарҙы һыуға ҡушып, биш минут буйына еңелсә утта бешерегеҙ. Һыуҙы уттан алып, бүлмә температураһына тиклем һыуытығыҙ. Һыуға бер лимон һуты, бер әфлисун һуты һәм бал өҫтәргә, барыһын да һәйбәт итеп бутарға. Эсемлекте һөҙөгөҙ һәм дауалау сараһы ҡулланыуға әҙер!

Был тәмле эсемлек төрлө ағыуланыу осраҡтарында ла ярҙам итә, ашҡаҙан-эсәк юлына яҡшы йоғонто яһай. Эҫелә һыуһынды ҡандыра! Бауырҙы таҙартыу процестарын башлар өсөн көнөнә 1 стакан бындай эсемлекте ҡабул итеү ҙә етә.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Сығанаҡ:https://vk.com/feed?section=likes&w=wall-33711741_67426

Г.Таһирова фотоһы.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас