Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ер еләге япрағы файҙаһын беләһегеҙме?

Ер еләге һәм ҡайын еләге япраҡтары — матдәләр алмашыныуын яҡшырта, организмдағы тоҙҙарҙы сығара, ангина ваҡытынды ярҙам итә.

Ер еләге япрағындағы матдәләр кешене тынысландыра, организмды нығыта, бәүелде ҡыуҙыра, яраларҙы төҙәтә. Был бит ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә бик файҙалы. Ул аналыҡтың тонусын арттыра. Ер еләге япрағы йөрәк ритмын яҡшырта. Медицинала ер еләге япрағы ҡандағы холестеринды аҙайта.

 2 аш кашыгы киптерелгән ер еләге япрағын 200 мл ҡайнар һыу һалып төнәтеп эсһәгеҙ, ҡан тамырҙарығыҙ нығыр. Төнәтмәне көн һайын ашар алдынан берәр аш кашыгы эсергә кәңәш ителә. Был витаминдарға ла бай. Уның составында А һәм В төркөмө витаминдары, кальций, марганец, тимер һәм калий бар. Шулай уҡ үҫемлек баҡыр, цинк, хром, кобальт, барий, алюминий, никель, йод, бром һәм бор һымаҡ матдәләргә лә бай.

Витаминдарҙан тыш еләк япрағында кислоталар, пектин, эфир майҙары, алкалоидтар, каротиноидтар бар. Киптерелгән япраҡтар подагра, гастрит, гепатит кеүек ауырыуҙарға дауа. Икенсе типтағы шәкәр диабетынан интегеүселәр еләк япрағы төнәтмәһе эсһә, ҡанда глюкоза күләме кәмей. Гинекология менән проблемалар булғанда, менопауза ваҡытында тахикардияла ла ярҙам килтермәй ҡалмаҫ.

Ир-ат өсөн дә ер еләге япрағы файҙалы. Ул тестостерон етештереүҙе булыша. Ғөмүмән алғанда, ирҙәрҙең енес системаһы өсөн ыңғай йоғонто яһай. Емеш-еләк япраҡтарын еләк барлыҡҡа килгәнсе урып-йыйыу яҡшы. Япраҡтарҙы юл буйынан йыймаҫҡа кәрәк. Уны ҡояш төшмәгән урында киптерегеҙ. Дөрөҫ киптерелгән япраҡтар ике йыл дауамында дауаһын һаҡлай. Үлән сәйҙәрен ҡулланған кеүек, емеш-еләк япрағын да нормаһын белеп эсеү мөһим. Япраҡтарҙы термоста төнәтегеҙ, ул яҡшыраҡ сыға һәм оҙаҡ ваҡыт ҡайнар һаҡлана. Онотмағыҙ: әгәр ҙә еләккә аллергия икән, уның япрағы төнәтмәһенә лә аллергия булыуы мөмкин.

Сығанаҡ:https://vk.com/avulselo

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: