Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Әгәр серәкәйҙәр йонсотһа

Кәңәшемә ҡолаҡ һал!

Әгәр серәкәйҙәр йонсотһа
Әгәр серәкәйҙәр йонсотһа

Серәкәйҙән ҡотолоу саралары:

Миләш йә муйыл ағасы япрағы менән асыҡ тәнегеҙҙе ышҡып һөртһәгеҙ, был бөжәк һеҙгә яҡынлай һалмаҫ.


Ҡәнәфер, базилика, әнис, эвкалипттың эфир майҙары менән асыҡ тәнегеҙҙе һылағыҙ (бер стаканға 5-10 тамсы май) йә иһә йылы табаға ҡойоғоҙ. Мамыҡты манып, тәҙрә төбөнә һалып ҡуйыу ҙа файҙалы.

Тәбиғәт ҡосағында тыныс ҡына ултырырға теләһәгеҙ, усаҡҡа артыш ботаҡтары ташлағыҙ.

Әрем тамыры төнәтмәһе менән йыуынһағыҙ (1,5 литр ҡайнар һыуҙа әрем тамырын 20-30 минут тотоп алырға), битегеҙгә серәкәй ҡунмаҫ.

Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.

 

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: