Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Аяҡтарығыҙ шешәме?

Түбәндәге кәңәшкә күҙ һалығыҙ.

Аяҡтарығыҙ шешәме?
Аяҡтарығыҙ шешәме?

Ваҡ ҡырғыстан ҡабыҡлы картуфты үткәрегеҙ. Унан килеп сыҡҡан "бутҡаны" аяғығыҙға һылағыҙ ҙа тышынан полиэтилен менән урап ҡуйығыҙ. Хәҙер инде бәйләнгән йылы ойоҡбаш кейергә генә ҡала.

Шулай төнгөлөккә көн һайын эшләгеҙ. Иртән һалҡын һыу менән йыуып төшөрөгөҙ.

Был боламыҡ шулай уҡ быуындар һыҙлағанда, табанда шпора булғанда, мазоль сыҡҡанда, үксә ярылғанда ярҙам итә.

Сәләмәт булығыҙ! Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.

Сығанаҡ: https://kiziltan.ru/articles/poleznoe/2024-06-24/ayaklarygyz-sheshen-me-3820003

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: