+2 °С
Болотло
Эслек өсөн: 100 грамм шикәр ҡомо, 1 йомортҡа, 500 грамм эремсек, 1,5 сәй ҡалағы ванилле шәкәр, 70 грамм ҡаймаҡ, еләк.
Иләнгән онға ҡамыр күперткес һалабыҙ. Һыуытҡыстан алынған майҙы шаҡмаҡлап турайбыҙ ҙа он менән ҡушабыҙ. Ваҡланғанса ыуабыҙ. Шуға йомортҡа менән шәкәр ҡомо ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Эслек әҙерләгән арала уны 30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Эремсеккә шәкәр ҡомо, ванилле шәкәр, йомортҡа һәм ҡаймаҡ һалып болғатабыҙ. Табаны майлап, ҡамырҙы ейәбеҙ. Өҫтөнә эремсекле массаны һалып, иң өҫкә еләкте теҙәбеҙ. 40 минут бешерәбеҙ.
Сығанаҡ: https://vk.com/feed?w=wall-214119016_7912