Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Аҡ сәскә варикоздан ярҙам итер

Бының өсөн аҡ сәскә (ромашка аптечная) һәм үҫемлек (зәйтүн майы яҡшыраҡ була) майы кәрәк буласаҡ.

Аҡ сәскә варикоздан ярҙам итер
Аҡ сәскә варикоздан ярҙам итер

Шешәгә аҡ сәскәнең сәскәләрен генә өҙөп тултырырға(йыуып һыуын һарҡытҡандан һуң), өҫтөнә сыҡҡансы май һалып 30 тәүлеккә ҡараңғы урынға ҡуйырға, ваҡыты-ваҡыты менән болғатып торорға кәрәк буласаҡ.

30 тәүлек үткәс һөҙөп алырға һәм һыуытҡыста һаҡларға. Майҙы варикозлы урындарға көндә һөртөргә кәңәш ителә. Файҙаһы нығыраҡ булһын тиһәгеҙ, төнгөлөккә компресс эшләргә мөмкин.

Аяҡтарығыҙ һау-сәләмәт, матур булһын.

Һәр үләнде ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

 

 

Сығанаҡ: https://vk.com/narodnierecepti

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: