Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тиҙ тоҙлана торған ҡыяр рецебы

Уңған хужабикәләрҙең теплицаларында ҡыярҙары өлгөрә лә башланы. 

Тиҙ тоҙлана торған ҡыяр рецебы
Тиҙ тоҙлана торған ҡыяр рецебы


* 1 кг вағыраҡ ҡыярҙар;
* 1 аш ҡалағы тоҙ;
* 3-4 һарымһаҡ;
* укроп.
Укропты, һарымһаҡты ваҡ итеп турарға. Ҡыярҙы йыуып, остарын ҡырҡырға. Полиэтилен пакетҡа ҡыярҙы теҙеп һалырға, шунда уҡ укроп, һарымһаҡ, тоҙ өҫтәргә. Пакеттың осон тығыҙ итеп бәйләргә. Һыуы аҡмаһын өсөн тағы бер пакет ҡатларға була. Ныҡ ҡына һелкетеп алғандан һуң һыуытҡысҡа ҡуйырға. Мәле-мәле менән һелкетеп торорға онотмағыҙ. 6-8 сәғәттән һуң хуш еҫле тоҙло ҡыяр һеҙҙең табынығыҙға йәм бирер.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: