Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Эҫе көндө нисек хәүфһеҙ үткәрергә

Эҫе көндәр һаулыҡҡа етди йоғонто яһай. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре менән берлектә эҫе көндәрҙе хәүефһеҙ үткәреү тураһында иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.

Тәнегеҙгә тын алырға мөмкинлек биргән еңел һәм тәбиғи туҡыманан тегелгән кейем кейегеҙ.

▫ Һыу эсеү режимын һаҡлағыҙ. Етерлек күләмдә һыу йәки йәшел сәй эсегеҙ. Татлы газлы һыуҙан һәм кофенан баш тартығыҙ – улар организмдан һыуҙы ҡыуа.

▫ Оҙаҡ ваҡыт ҡояш нурҙары аҫтында йөрөүҙән һаҡланығыҙ. Иң ҡурҡынысы — сәғәт 11-ҙән 16 сәғәткә тиклем ҡояш аҫтында булыу.

▫ Ҡояштан һаҡланыу саралары ҡулланығыҙ һәм эҫе теймәһен өсөн баш кейемен һалмағыҙ.

▫ Күберәк йәшелсә, емеш-еләк, әсе һөт ризыҡтары һәм балыҡ ашағыҙ. Майлы аҙыҡты сикләгеҙ.

▫Һауа температураһы юғары булғанда әүҙем спорттан баш тартығыҙ. Физкультура менән бина эсендә генә шөғөлләнегеҙ.

▫ Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән интегәһегеҙ икән, хәлегеҙҙе етди контролдә тотоу һәм табиптың кәңәштәрен үтәү мөһим.

❗Әгәр ауыртыу билдәләре йәки һаулығығыҙҙа үҙгәрештәр һиҙһәгеҙ, мөмкин тиклем тиҙерәк медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итегеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, һаулығығыҙ тураһында хәстәрлек күреү — тулы ҡанлы тормош алып барыу нигеҙе!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: