Яраны һабын менән йыуығыҙ йәки антисептик менән эшкәртегеҙ.
Ауыртыуҙы еңеләйтеү һәм шеште ҡайтарыу өсөн саҡҡан урынға һалҡын әйбер һалығыҙ.
️ Мөмкин булһа, тешләгән урынды гидрокортизон майы менән ыуығыҙ, ул шеште кәметә һәм ҡысыуҙы баҫа.▫ Антигистамин препараты ҡабул итегеҙ һәм күп һыу эсегеҙ.
▫ Яраны тырнамағыҙ. Ике-өс сәғәттән һуң ҡысыу кәмейәсәк.
🚑 Бал ҡорто йәки һағыҙаҡ саҡҡас, аллергия булған кешеләрҙә тын алыуы ауырлашырға, тамаҡ шешергә, улар хатта аңын юғалтырға мөмкин. Әгәр ошондай билдәләр барлыҡҡа килһә, шунда уҡ ашығыс ярҙам саҡырығыҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

