Ҡатын ҡыҙҙар өсөн, ниндәй үләндәр эсергә була тигән һорауҙы күп ишетергә тура килә. Ә был минең яратҡан темам. Күптәрҙән ишеткәнем бар, (боровая матка, якорцы, красная щетка) кеүек үләндәр яҙҙырып алып дауаланыуҙарын. Ундай үләндәр беҙҙә үҫмәгәс, ул үләндәр тураһында бер нәмәлә әйтә алмайым. Әлбиттә, уларҙың шифаһы бар.
Мин, бары үҙебеҙҙең аяҡ аҫтында үҫкәндәрен, үҙемдең тәжрибәмдән, күҙәтеүемдән сығып, яҙып үтәм. Был үләндәр: ауыртыныуҙы баҫыуы, гормональ фонды көйләүе, кәйефте күтәрергә ярҙам итеүе, тырнаҡ - сәстәрҙе нығытыу, остеопорозды иҫкәртеү һәм ҡатын -ҡыҙҙар ауырыуҙарын иҫкәртеү үҙенсәлегенә эйә булған үләндәр булыр.
🥀Күрем ваҡытындағы ауыртыныуҙы, ҡайһы бер үләндәр ярҙамында еңеләйтеп була. Мәҫәлән, аҡсәскә, шалфей, бөтнөк, меңъяпраҡ, бесәй үләненең тамыры. Ҡатын-ҡыҙ матурлығына килгәндә, люцернала кальций күп булараҡ ҡулланырға була, ҡырҡ быуын үләненендә кремний булараҡ, кальцийҙы үҙләштерергә булышлыҡ итә. Шулай уҡ фитоэсроген булараҡта бик кәрәк. Тик, ҡырҡбыуындың ( хвощь полевая) башҡа төрләре ағыулы булараҡ, белеп йыйыр кәрәк. Яратҡан үләнем, туҡранбаш. Уны юҡҡа, йәшлекте оҙайтыусы үлән тимәйҙәрҙер. Шалфей үләне фитоэстроген ғына түгел, ҡандағы шәкәрҙелә кәметергә булышлыҡ итә. Тап дарыу өсөн ҡулланылғанын белеп йыйыр кәрәк. Яҡын-тирәлә мин, бүтән төрләре генә үҫеүен беләм. Фенхель, петрушка, укроп орлоҡтары, шиңмәҫгөл.
🌼Ҡатын - ҡыҙҙар гормонының өс төрө була: эстон, эстрадиол, эстрол. Һәр береһе үҙенә тәғәйен функцияһын үтәй. Төрлө йәштә булһаҡта, эстрогендың тейешле кимәлдә булыуы мөһим. Был гормондың етмәүе йә артыҡ булыуы, ҡатын - ҡыҙҙың кәүҙә торошона, кәйефенә, холҡона һәм, әлбиттә, һаулығына йоғонтоһы ҙур.
🌹Бер миҫал килтереп китәм. Тәжрибә рәүешендә, бер төркөм ҡыҙ балаларға, оҙайлы уаҡыт фенхель орлоғоның төнәтмәһен эсергәндәр. Унда эстрогендың тап эстрадиол булараҡ, был ҡыҙҙарҙың, уаҡытынан алда өлгөреп етеүҙәрен күҙәтәләр.
🌷Шулай уҡ, Ҡытай медицинаһының күҙәтеүе буйынса, айыу ҡурайы ( дягель лекарственный) менән түлһеҙлектән дауаланыусы ҡатындарҙың, унауынан етеһе ауырға уҙғандарын белдерәләр. Әйткәндәй был көпшәнең тамырын турап киптереүҙән тыш, ит турағыстан үткәреп 1:1 иҫәп менән балға болғап тотонам мин. Сәғәт үләнендә сәй урынына эсергә кәңәш ителә, ауырға ҡалыр өсөн.
🌸Ҡатын ҡыҙҙар түлдән ҡалғас, башлыса гормондың эстрон төрө ҡала. Был Аллаһ Тәғәләнең шул хәтлем теүәл эше. Шулай булырға тейеш икәне уға ғына мәғлүм. Күптәр, климакс уаҡытыгдағы ауырлыҡтарҙы еңеләйтеү, йәш булып ҡалыу теләге менән, гормональ препараттар ҡулланалар. Тик уларҙың, кире йоғонтоһы барлығында онотмайыҡ.
🌼Тәбиғи фитоэстрогендарға килгәндә, алдараҡ яҙып үткән үләндәргә өҫтәп, ошоларҙы һынап үтәм: юл япрағы, мелисса. Әйткәндәй, был ике үлән, ауырлы ҡатындарҙың токсикозынала бик килешә. Мелисса тип күптәр баҡсаларында, бөтнөктен бер төрөн ( мята лимонная) үҫтереп яңылышалар. Бөтнөк( мята перечная), меңъяпраҡ, туҡранбаш, шалфей, ҡомалаҡ. 🌻Ҡомалаҡлы пивоны күп эскән ирләрҙең, кәүҙәһе ҡатындарҙыҡына оҡшап китеүенең сәбәбе, тап шул, тәбиғи гормон инде. Етен орлоғо. Бер аш ҡалағындай етенде көндә иртәнсәк,(курсами) кофемолканан үткәреп ашарға була. Тик, алдан күп итеп эшләргә ярамай. Ундағы май, ағыуға әйләнеүе бар. Шафран сәскәһе, приливтан, депрессиянан, күрем алдындағы симтомдарҙа килешә. Уны йышыраҡ еҫкәр кәрәк. Мин уның онтағын тәмләткес итептә тотонам.
🌸Һары мәтрүшкә инде, үҙе айырым темаға лайыҡ. Гармональ фонды көйләүҙән башҡа, депрессиянан килешеп кенә ҡалмай, бүтән үләндәрҙең көсөн арттыра. Юҡҡа ғына уны 90 төрлө ауырыуҙан тимәгәндәрҙер инде. Тик, уны ҡояшлы уаҡытта эсергә тырышмағыҙ.
🥀Мәтрүшкә, фенхель, фитоэстроген булараҡ, улар, фолликулдарҙың өлгөреүенәлә булышлыҡ итәләр.
🌹Цистит, кандидоз булғанда, трайчатка иң отошлоһо тип уйлайым. Уны, нисек эшләүем тураһында яҙғаным бар, төркөмдә. Спринцвеание менән бергә , курс менән эсеп алһаңда була.
Һәм әлбиттә, дөрөҫ туҡланыу мөһим. Ҡунаҡҡа барыр алдынан, йә майлы аш алдынан, бер стакан фенхель, укроп төнәтмәһен ярты сәғәт алда эсеп алғанда, бауырға артыҡ көс төшмәй, ашҡаҙан еңел эшкәртә. Шулай уҡ витаминлы емештәр, үләндәр йыйып киптерергә була. Нәзәҡәтле, һау булып, күтәренке кәйеф менән йәшәйектәр!
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Сығанаҡ: https://vk.com/feed?section=likes&w=wall-33711741_69649
Г.Таһирова фотоһы.