Күптәр августа ниндәй үләндәр йыйыу хаҡында ҡыҙыҡһына. Дарыу үҫемлектәре араһында түбәндәгеләрҙе билдәләргә мөмкин:
- дарыу ромашкаһы;
- сөйәл үләне;
- һары мәтрүшкә;
- боланут
- барбарис япраҡтары;
- туҡранбаш (ялан клеверы).
Календула, пижма, юл япрағы, йылантамыр (шалфей), үлмәҫгөл кеүек үҫемлектәрҙе йәй аҙағында ғына түгел, көҙ башында ла әҙерләргә мөмкин. Нигеҙҙә, августа ғына күкбаш, әнис, аҡ әнис үләндәрен йыялар. Ай аҙағында иһә андыҙ, бесәй үләне, дегәнәк, бәпембә, цикорий (быуын сәскә), ҡуҙғалаҡ, энәлек, балан, миләш, ҡомалаҡ һ.б. үҫемлектәрҙе әҙерләүгә тотонорға мөмкин. Бер йыллыҡ үләндәрҙе хатта ҡырау төшкәнгә тиклем йыйырға ярай.
Дарыу үләндәрен нисек дөрөҫ йыйырға һәм әҙерләргә?
Үлән йыйыу ваҡыты күп осраҡта уның төрөнә һәм һеҙ ҡулланырға йыйынған өлөшөнә бәйле. Мәҫәлән, бөтнөктөң япраҡтары ғына йыйыла. Башҡа осраҡтарҙа сәскәләр, орлоҡтар, тамырҙар йыйырға һәм әҙерләргә мөмкин. Ғәҙәттә, япрағын ҡулланыу өсөн үҫтерелгән үләндәр сәскә атҡансы йыйылырға тейеш, сөнки бынан һуң үҫемлек еҫен юғалтыуы йәки әсегә әйләнеүе бар. Япраҡтар йыйған осорҙа улар нескә, йомшаҡ, тәм һәм еҫ бирерлек майлы булырға тейеш. Күпселек үләндәрҙе эҫе көн алдынан, әммә иртән йыйыу яҡшыраҡ, сөнки аҙаҡ ысыҡ парға әйләнә. Япраҡтарҙы йыуырға ярамай, юҡһа хуш еҫле майҙары юғаласаҡ. Лаванда, ҡыяр үләне һәм ромашка кеүек үләндәрҙе иһә сәскәләре тулыһынса асылғансы йыйырға кәрәк.
Укроп, фенхель, кориандр һәм әнис кеүек орлоҡ йыйыу өсөн үҫтерелгән үләндәрҙең уңышы ваҡыты иһә – орлоҡ ҡумталары төҫөн үҙгәртә башлағанда. Женьшень һәм гольян кеүек тамырлы үҫемлектәрҙе йәй аҙағында йәки көҙ башында ҡаҙып алыу отошло.
Дарыу үләндәрен киптереү
Үләндең тәмен һәм сифатын оҙаҡ һаҡлау өсөн дөрөҫ киптерергә кәрәк. Ул саҡта үҫемлектәр ике йәки өс йыл һаҡлана, әммә уларҙы йыл дауамында файҙаланыу яҡшыраҡ. Һаҡлау срогы оҙағыраҡ булған һайын, уларҙың тәме лә, еҫе лә юғала бара. Үләндәрҙе ҡояшта, духовкала йәки дегидраторҙа киптерергә кәңәш ителмәй, сөнки ул саҡта үҫемлектәр еҫен һәм төҫөн күп юғалта. Аҙ дымлы үләндәрҙе киптереү өсөн уларҙы һалҡын һыуҙа һаҡ ҡына йыуырға, ҙур булмаған шәлкемдәргә бәйләргә һәм ҡараңғы, яҡшы елләтелгән, саң булмаған бүлмәгә элеп ҡуйырға кәрәк.
Г.Таһирова фотоһы.