Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тоҙ баш ауыртыуын баҫа

Ҡапыл ғына башығыҙ ауыртып китеп, түҙер әмәлегеҙ ҡалмаһа, тиҙ генә ошо рецепт менән ҡулланығыҙ. 

Тоҙ баш ауыртыуын баҫа
Тоҙ баш ауыртыуын баҫа

 Был ябай ғына ысул  тиҙ арала баш ауыртыуын баҫып, оҙаҡ ваҡытҡа уның нимә икәнен дә онотоп торорға ярҙам итер. Өҫтәүенә, ҡан баҫымын да нормаға килтерергә ярҙам итә. Иң тәүҙә марляны 8 ҡат итеп бөкләп, башты уратып алмалы итеп бәйләмес әҙерләйбеҙ. Шунан 250 мл һыуҙы 60-40 градусҡа тиклем йылытырға һәм  шунда 2 балғалаҡ тоҙ һалып иретергә.  Һөҙөмтәлә 8 процентлы тоҙ иретмәһе барлыҡҡа килә. Йылы һыу менән маңлай, ҡолаҡтар һәм елкәне йыуып, бәйләместе тоҙ иретмәһенә тығып алып, еңелсә һығырға һәм әҙерәк һыуынһын өсөн һелккеләп алғандан һуң, маңлай, ҡолаҡтар һәм елкә аша башты уратып бәйләргә.   Компресс ныҡ торһон өсөн уны кизе-мамыҡ яулыҡ менән нығытып бәйләп ҡуябыҙ. Шунан бер аҙ ятып та торорға мөмкин. Бер нисә минуттан баш ауыртыуы баҫылып, еңеллек һиҙерһегеҙ, әммә яулыҡты сисергә ашыҡмағыҙ. Ә инде ауыртыу ныҡлап үтеп, башығыҙҙағы бәйләместе сискәндән һуң, уны тағы йылы һыу менән йыуып алығыҙ.

Г.Таһирова фотоһы.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: