-3 °С
Болотло
Эликсирҙы әҙерләү өсөн:
— йомортҡа һарыһы;
— 2 балғалаҡ тоҙ;
— элaстик бинт кәрәк була.
Йомортҡаның һарыһын туҡып, тоҙ өҫтәгеҙ. Яҡшылап болғатығыҙ. Эликсир әҙер.
Эликсирға мамыҡты манып алығыҙ ҙа һыҙлаған тубығығыҙға һалығыҙ. Мамыҡты эласик бинт менән уратып, нығытығыҙ.
Бинтты 2 сәғәттән һуң сисергә була.
Бындай кoмпрессты көнөнә кәм тигәндә 4 тапҡыр эшләгеҙ.
Тоҙ магнийға бай. Ул һыҙланыуҙы тире аша һурып ала. Йомортҡа һарыһы аҡһым һәм минeралдарға бай. Ул тирегә үтеп инеп, туҡымаларҙы, тубыҡ бәйләнешен, һөйәкте нығыта.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.
Г.Таһирова фотоһы.