Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың – байлығың
5 Сентябрь 2024, 22:15

Ҡышҡылыҡҡа тәмле салат

Уны әҙерләү өсөн 1 кг сөгөлдөр кәрәк була.

Ҡышҡылыҡҡа тәмле салат
Ҡышҡылыҡҡа тәмле салат

70 г һарымһаҡ, 120 г помидор, 100 г татлы боррос, 80 г һуған,  60 мл үҫемлек майы, 10 г тоҙ, 40 г шәкәр, 40 мл аш һеркәһе алына. 
Сөгөлдөрҙө таҙартып, эре ҡырғыстан ҡырырға. Һуғанды   нәҙек кенә итеп оҙонсалап турарға һәм майҙа үтә күренмәле булғансы ҡыҙҙырырға. Сөгөлдөрҙө ҡушып, тағы 10 минут утта то­торға. Помидорҙы йыуып,  ҡыр­ғыстан ҡырырға.  Ҡабығы уста тороп ҡала, йомшағы ғына ҡы­рыла. Татлы боросто, орлоғонан таҙартып,  шаҡмаҡлап турарға һәм помидор менән икәүһен дә сөгөлдөргә ҡушып, тағы 7 – 10 минут  бешерергә. Иң һуңынан ваҡланған һарымһаҡ, тоҙ, шәкәр һәм аш һеркәһе өҫтәп, 2 – 3 минут ҡайнатып, стерилләнгән банка­ларға һалырға һәм тимер ҡапҡас менән нығытып ябырға. 

Автор: Гульгина Тагирова
Читайте нас