Һурпа күп ДИЕТАларҙа ҡулланыла. Был хаҡта бик боронғо китаптарҙа ла яҙып ҡалдырылған.
Иммунитетты нығыта. Һөйәк һурпаһы барлыҡ файҙалы минералдар һәм витаминдарға бай.
Һөйәк һурпаһы ЭСӘКЛЕКтең лайлалы тышсаһын яҡшыртыу сәбәпле, эсәк ауырыуҙарын дауалау. Желатинға бай һурпа бик файданлы. Ул эсәктәрҙе зарарланыуҙан һаҡлай. Ундағы глютамин эрозия һәм йәрәхәттәрҙе төҙәтә, иммун системаһының эшмәкәрлеген активлаштыра.
Һурпалағы глицин ЯЛҠЫНҺЫНЫУға ҡаршы ярҙам итә. Тикшеренеүҙәр уның эсәклекте бактериаль инфекциянан һаҡлауын асыҡлаған. Глицин ЙОҠОно ла яҡшырта, тынысландыра.
Һөйәк һурпаһыы ревматоидлы ауырыуҙарҙың БЫУЫНДАР ҺЫҘЛАУЫн кәметә. Был уның составында глюкозамин, хондроитин сульфат һәм гиалурон кислоталары булыуы менән аңлатыла. Һуңғыһы, белеүегеҙсә, КОЛЛАГЕН яһауҙ ярҙам итә. Ә ул һеңерҙәрҙең сәләмәтлеген һаҡлауҙа иң ҙур ролгә эйә.
✔️ Составындағы КОЛЛАГЕН ашҡаҙан йәрәхәтен дауалай. Целлюлитты кисектерә.
✔️Глюкозамин, хондроитин БЫУЫНДАР ныҡлығы өсөн мөһим.
✔️Глицин һәм пролин ИММУН һәм НЕРВ системаһын нығыта.
✔️Коллаген СӘСтәр, ТЫРНАҠтарҙы нығыта, тире һығылмалылығы өсөн файҙалы, йыйырсыҡтарҙы бөтөрә.
✔️ГРИППҡа, һалҡын тейеүҙәргә ҡаршы яҡшы дауа. Тимәк, КОВИДҡа ҡаршы тороусанлыҡ та арта.
✔️Һөйәк һурпаһында кальций, магний, фосфор, калий бар. Улар бик тиҙ үҙләштереүсәндәр. Шулай уҡ: кремний, күкерт һ.б. бар. Был элементтар бөтөн кешеләргә лә кәрәк.
✔️Һөйәк һурпаһы ауырыуҙарҙан һуң ризыҡланыу өсөн бик файҙалы. Тиҙ эшкәртелә. Туҡлыҡлы. Файҙалы. Ундағы цистеин аминокислотаһы лайланы тарҡата, уның үпкәнән сығыуын тиҙләтә.
Сығанаҡ: https://vk.com/feed?w=wall-33711741_70564