Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
9 Сентябрь 2017, 01:23

Ураҡ барышы – контролдә

Шаршамбы көнө республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ураҡ, ужым культураларын сәсеү һәм малды ҡышҡы ҡураларға ҡайтарыу мәсьәләләренә арналған видиоселектор кәңәшмәһе үткәрҙе.

Шаршамбы көнө республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ураҡ, ужым культураларын сәсеү һәм малды ҡышҡы ҡураларға ҡайтарыу мәсьәләләренә арналған видиоселектор кәңәшмәһе үткәрҙе.
Беҙҙең районда был кәңәшмәлә эш сәфәре менән килгән ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин ҡатнашты.
Селектор кәңәшмәһе тамамланғандан һуң Азат Салауат улы район аграрийҙарына бөгөнгө һәм яҡын киләсәктәге бурыстарҙы аңлатты, һорауҙарға яуап бирҙе.
Артабан А.С.Йыһаншин район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары М.С.Солтанов оҙатыуында фермерҙар Йәмил Алғошаев менән Морат Иҫәндәүләтовтың иген баҫыуҙарында булды, уларҙа ураҡ барышы менән танышты. Министр урынбаҫары был хужалыҡтарҙа урып йыйыу кампанияһының яҡшы ойошторолоуын билдәләне.
Читайте нас: