Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
27 Сентябрь 2017, 03:10

ЙӘКИ КҮҘГӘ-КҮҘ ҠАРАШЫП

Үткән аҙна аҙағында район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин эш сәфәре менән Яманһаҙ ауыл биләмәһендә булды һәм Һултантимер, Яманһаҙ ауылдары халҡы менән осрашты.

Үткән аҙна аҙағында район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин эш сәфәре менән Яманһаҙ ауыл биләмәһендә булды һәм Һултантимер, Яманһаҙ ауылдары халҡы менән осрашты.
– Беҙ һеҙҙең менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшер, тормош-көнкүрешегеҙ менән яҡындан танышыр өсөн йыйылдыҡ, – тине Илгиз Лирман улы ике ауыл халҡы менән дә осрашыуҙы асҡан саҡта. – Беҙҙең маҡсатыбыҙ – һеҙҙең менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү, һорауҙарға яуапты бергәләп эҙләү.
Осрашыу башында Яманһаҙ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы И.А.Амантаев йыйылыусыларҙы биләмәләге хәл-торош менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте. Уның әйтеүенсә, ауыл халҡының йәшәйеше насарҙан түгел: юлдар һәйбәт, газ үткән, һыу селтәре яңыртылған һәм күптәр өй эсенә тиклем һыу үткәргән, реконструкциянан һуң өр-яңы ҡиәфәт алған мәҙәниәт йорто, мәктәп һәм балалар баҡсаһы эшләй. Халыҡ та буш ятмай – фермерлыҡ һәм шәхси хужалыҡ үҫешә, кешеләр мал-тыуар аҫырап килем ала, ҡош-ҡорт үрсетә, үҙ эшен аса йәки ситкә йөрөп эшләй.
Һултантимер ауыл клубында башлыса ир-ат йыйылғайны. Улар, ғәҙәттәгесә, дөйөм мәсьәләләрҙе: ҡыйлыҡты яңынан кәртәләү һәм ситкә түгелгән сүп-сар өйөмдәрен полигонға эттереү, буш торған мәктәп һәм балалар баҡсаһы бинаһының яҙмышы, төҙөлөш материалдарын күмәртәләп алып килеүҙе ойоштороу, зыяратты ипкә килтереү өсөн буяҡ кәрәклеге һ.б. һорауҙарҙы күтәрҙе.
Яманһаҙҙарҙы иң борсоған мәсьәлә – ауылда фельдшер булмауы. Элекке фельдшер эштән киткәне бирле бында сирлеләргә йә Матрай, йә Юлдыбай, йә Йылайыр дауаханаларына мөрәжәғәт итергә тура килә. Күп һорауҙар район дауаханаһының баш табибы Н.М.Ғиләзетдиновҡа төбәлде һәм Наил Мәрхәм улы уларға ентекле яуап бирҙе, дауахана эшмәкәрлеге һәм унда барған үҙгәрештәр, эшкә килгән йәш белгестәр менән таныштырҙы.
Район Советы депутаттары – “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Йылайыр линия-техник цехы етәксеһе З.Б.Бүләков менән фермер М.Ғ.Иҫәндәүләтов та йыйылыусылар алдында сығыш яһаны, һорауҙарға яуап бирҙе.
Артабан район вәкилдәре И.А.Амантаев оҙатыуында Һултантимер ФАП-ында, Әнүәр Сабитов КФХ-һында, “Колибри” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең төҙөлөшөндә булды.

Читайте нас: