Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
5 Октябрь 2017, 18:44

Ураҡ тамам, иген – келәттә!

“Иген менән донъя имен килә, Икмәк тора донъя иңендә”, – тип яҙған билдәле шағир Ирек Кинйәбулатов. Ысынлап та, йәшәйешебеҙҙең төп тотҡаһы, асылы, бөгөнгөһө һәм киләсәге икмәктә, игендә, игенсе хеҙмәтендә. Үткән аҙнала беҙҙең район аграрийҙары ла республика буйынса иң тәүгеләр иҫәбендә урып-йыйыу эштәрен тамамланы. Ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн иң мөһим булған был кампания ҡайһы бер йылдарҙа оҙаҡҡа һуҙыла, ямғырҙарға эләгә һәм ҙур юғалтыуҙарға дусар була ине.

“Иген менән донъя имен килә, Икмәк тора донъя иңендә”, – тип яҙған билдәле шағир Ирек Кинйәбулатов. Ысынлап та, йәшәйешебеҙҙең төп тотҡаһы, асылы, бөгөнгөһө һәм киләсәге икмәктә, игендә, игенсе хеҙмәтендә.

Үткән аҙнала беҙҙең район аграрийҙары ла республика буйынса иң тәүгеләр иҫәбендә урып-йыйыу эштәрен тамамланы. Ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн иң мөһим булған был кампания ҡайһы бер йылдарҙа оҙаҡҡа һуҙыла, ямғырҙарға эләгә һәм ҙур юғалтыуҙарға дусар була ине.

Быйыл, игенселәрҙең шатлығына күрә, һауа торошо артыҡ йонсотманы, хатта август аҙағы менән сентябрь башы йәйгеһен булмағанса ҡояшлы һәм эҫе торҙо.

ына ямғыр күҙе төшә биреп ҡуйһа ла, оҙайлы яуындар булмауын теләгән ер хужалары һәр көндө генә түгел, һәр сәғәт-минутты һөҙөмтәле файҙаланып ҡалырға тырышты. Һәм, ниһайәт, һуңғы баҫыуҙарҙағы иген урып-йыйылды, бураларға һалынды. Әле крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре иң күңелле шөғөл – үҙҙәренең эшселәренә һәм пайсыларға иген таратыу менән мәшғүл.

Йыл быйыл ер хужаларын шатландырҙы, иген башҡа йылдар менән сағыштырғанда байтаҡҡа мул уңыш бирҙе. Шуға күрә кәйефтәре күтәренке, күңелдәре көр фермерҙарҙың.

Районда иң эре фермер хужалығы башлығы Морат Иҫәндәүләтов та һөйөнөп бөтә алмай: уның барлыҡ ҡорған уй-ниәттәре тормошҡа ашты, иген юғалтыуҙарһыҙ йыйып алынды, орлоҡ запасы келәткә һалынды. Ошо шатлығын уртаҡлашыр өсөн ул коллегаларын – фермерҙарҙы, район хакимиәтенең ауыл хужалығы белгестәрен, ялан батырҙарын Яманһаҙ ауыл мәҙәниәт йортона ял концертына саҡырҙы. Күҙ алдына килтереүе лә ауыр: тамаша залы тулы бары тик ир-егеттәр генә, улар бөгөн – байрам ҡунағы, ер улдары, ер хужалары.

– Мин үҙемдең комбай-нерҙарыма, тракторсыларыма, водителдәремә, ырҙын табағында эшләүселәргә оло рәхмәтемде еткерәм, сөнки беҙ шундай ҙур һәм ауыр эште атҡарып сыҡтыҡ. Уңыш йыйыу кампанияһының ҡатмарлы булыуына, күп көс һәм ваҡыт талап итеүенә ҡарамаҫтан, уны уңышлы һәм сифатлы итеп үткәреүгә көс һалған игенселәрҙең барыһы алдында ла баш эйәм, – тине Морат Ғәлимйән улы үҙенең сығышында. – Уңыш бы-йыл күңелебеҙҙе бөтәйтерлек, шулай ҙа ирешелгәндәр менән генә хушһынмайыҡ, алда яулайһы үрҙәребеҙ күп булһын!

Шулай уҡ ул үҙҙәренә ярҙамға килгән КФХ баш-лыҡтары И.И.Үтәшевкә, Й.С.Алғошаевҡа һәм уларҙың эшселәренә рәхмәтен белдерҙе, артабан да бергәләп эшләргә, хеҙмәттәшлекте, дуҫлыҡты дауам итергә саҡырҙы.

Йыйылыусылар алдында район хакимиәте башлығының беренсе урын-баҫары М.С.Солтанов, мәғ-лүмәт-аналитика үҙәге директоры Х.В.Исҡужин, фермер Й.С.Алғошаев сығыш яһаны. Марс Салауат улының: “Бөгөнгө көндөң шундай ҡояшлы, сыуаҡ булыуы ҙур мәғәнәгә эйә – ул да һеҙҙең шатлығығыҙҙы уртаҡлаша, һеҙҙең менән ҡыуана төҫлө. Бураларығыҙ һәр ваҡыт тулы, эштәрегеҙ уң булһын! – тигән изге теләктәренә барыһы ла гөрләтеп ҡул сапты. Ул шулай уҡ ауыл халҡына эш урыны булдырған, барлыҡ ауылдарҙа тиерлек фермаларҙы тергеҙгән, буш ятҡан ерҙәрҙе эшкәрткән фермерҙарға оло рәхмәтен еткерҙе, үҙҙәренә алмашҡа йәштәрҙе ылыҡтырыуҙарын теләне.

Матрай ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Мәүлиҙә Заманова, Роза Теүәлева, Азамат Монасипов, Радик Баязитов, Руслан Йәрмөхәмәтовтарҙың күңелле сығыштарын – йыр-бейеүҙәрен ҡарап, ҡурай моңдарын тыңлап, аграрийҙар ял да итте, асыҡтан-асыҡ һөйләште лә, шатлыҡтары, киләсәккә пландары менән дә уртаҡлашты.

Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, игенселәргә йыйған уңыш-тарының мәнфәғәтен күреп, яҙғы баҫыу эштәренә көс-дәрт туплап, ҡышты имен-аман сығыуҙарын теләйбеҙ.

Читайте нас: