Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
30 Октябрь 2017, 18:24

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Үткән йомала район аграрийҙары сираттағы кәңәшмәгә йыйылды: улар урып-йыйыу эштәренә йомғаҡ яһаны, ошо яуаплы һәм игенсе өсөн иң мөһим осорҙағы уңыштарҙы һәм етешһеҙлектәрҙе барланы, киләсәккә пландар ҡорҙо. Яманһаҙ ауыл мәҙәниәт йортонда үткән сараға ялан зонаһында эшмәкәрлек алып барыусы фермерҙар, ауыл хужалығы эшсәндәре, шәхси хужалыҡ вәкилдәре, ветеринария белгестәре саҡырылды. Кәңәшмәне район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин алып барҙы.

Үткән йомала район аграрийҙары сираттағы кәңәшмәгә йыйылды: улар урып-йыйыу эштәренә йомғаҡ яһаны, ошо яуаплы һәм игенсе өсөн иң мөһим осорҙағы уңыштарҙы һәм етешһеҙлектәрҙе барланы, киләсәккә пландар ҡорҙо. Яманһаҙ ауыл мәҙәниәт йортонда үткән сараға ялан зонаһында эшмәкәрлек алып барыусы фермерҙар, ауыл хужалығы эшсәндәре, шәхси хужалыҡ вәкилдәре, ветеринария белгестәре саҡырылды. Кәңәшмәне район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин алып барҙы.

Сараны асып, Илгиз Лирман улы ауыл хужалығы эшсәндәрен, игенселәрҙе урып-йыйыу эштәрен яҡшы һөҙөмтә менән ваҡытында, юғалтыуҙарһыҙ атҡарып сығыуҙары менән ҡотланы, артабанғы эштәрендә уңыштар теләне.

– Уңыш йыйыу кам-панияһын яҡшы күрһәткестәр менән тамамлауығыҙ, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Уңыштар менән бергә уңышһыҙлыҡтарҙы ла билдәләргә, ниндәй юлдар менән юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә, ҡайһы культураларға өҫтөнлөк бирергә һәм рентабеллелекте арттырырға – бөгөн беҙ шул турала асыҡтан-асыҡ һөйләшергә йыйылдыҡ, – тине район башлығы.

Быйылғы көҙ уңыш насарҙан булмаһа ла (гектар ҡеүәте уртаса 19 центнер тәшкил иткән), игендең хаҡы бик түбән булыуы фермерҙар өсөн күңелле хәл түгел. Район буйынса алғанда, ауыл хужалығы әлеге мәлдә ҙур үҫеш кисерә: өр-яңы техника паркы булдырыла, һөрөнтө ерҙәр майҙаны арта, йылдан-йыл яңы эшҡыуарҙар барлыҡҡа килә, элеккеләре эштәрен киңерәк йәйелдерә бара. Үҙ эшен асырға теләүселәр артыуы, ситтән ҡайтыусылар булыуы ла һөйөнөслө күренеш.

Федераль Һалым хеҙмәтенең 37-се Сибай район-ара һалым инспекцияһы хеҙмәткәре Д.А.Ишембаев фермерҙарҙың бик күп һорауҙарына яуап һәм аңлатма бирҙе. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары М.С.Солтанов пай ерҙәре, үҫтерелгән уңышты ваҡытында йыйып алыу өсөн техниканы арттырыу зарурлығы, фермерҙар үҙ-ара ярҙамлашҡан осраҡта башҡарылған эш өсөн иҫәпләшеүҙә билдәле бер тариф ҡуйыу, ергә ҡуртым хаҡын түләү һәм башҡалар тураһында сығыш яһаны.

Район ветстанцияһы етәксеһе Т.Ҡ.Солтанов – электрон ветеринария сертификацияһын әйләнешкә индереү, малсылыҡ өлкәһендәге яңы закондар, бөгөнгө көндә ҡайһы бер райондарҙа күҙәтелгән бешмә (ящур), себер язваһы кеүек ҡурҡыныс сирҙәр, уларҙан һаҡланыу саралары тураһында аңлатма бирҙе. Мәғлүмәт-консультация үҙәге агрономы Б.С.Намазов орлоҡтарҙы һәм ерҙәрҙе анализлау һөҙөмтәләре, уларға ҡуйылған хаҡтар, беҙҙең районда үҫтереү рентабелле һаналған һәм мул уңыш биргән етен, ҡуҙаҡлы культуралар – люпин һәм нут тураһында һөйләне. Ошо уҡ үҙәктең инженер-консультанты А.Н.Андреев – хеҙмәт тәртибен һәм хәүефһеҙлек техникаһын һаҡлау; “Россельхозбанк”тың Йылайырҙағы өҫтәлмә офисы начальнигы Л.П.Мохова – кредиттар һәм субсидиялар юллау тәртибе; “Гостехнадзор”ҙың район буйынса бүлексәһе инспекторы Р.Х.Ҡашҡаров үҙйөрөшлө техникаға һәм башҡа төр транспорт сараларына техник тикшереү һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәт менән сығыш яһаны.

Артабан һүҙ фермерҙарға бирелде. Крәҫтиән (фермер) хужалығы башлыҡтары Й.С.Алғошаев менән М.Ғ.Иҫән-дәүләтов үҙҙәренең уңыш йыйыуҙағы эш һөҙөмтәһе менән таныштырҙы, киләсәккә ниәттәре менән уртаҡлашты, күп йыллыҡ тәжрибәләренә таянып, коллегаларына теләк-тәҡдимдәрен еткерҙе.

Кәңәшмәгә район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин йомғаҡ яһаны, ауыл хужалығы эшсәндәренә, фермерҙарға, мәғлүмәт-консультация үҙәге хеҙмәткәрҙәренә һәм район хакимиәте белгестәренә һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм киләсәккә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләне.

Читайте нас: