Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
16 Ноябрь 2017, 17:39

Һәр миҙгелдең үҙ мәшәҡәте

Йәй осоро нисек ҡыҙыу булһа, ҡышҡы ваҡыт та – ауыл эшсәндәре өсөн етди һынау. Улар алдында продукция етештереүҙе кәметмәй, малды имен-аман ҡышлатып сығарыу бурысы тора. Гөлнара Үтәшеваның крәҫтиән-фермер хужалығы, мәҫәлән, мал ҡышлатыу миҙгеленә йылдағыса тейешле кимәлдә әҙерләнгән. Малҡайҙарҙы ҡыш өшөтмәһен өсөн, һарайға йәй көнө ремонт эшләгәндәр: иҙәнен тулыһынса алмаштырғандар, эстән буяп-аҡлап та ҡуйғандар. Аҙыҡҡа бында ҡытлыҡ юҡ. Бесән, һалам, ҡатнаш аҙыҡ мал алдынан өҙөлмәй. Әле хужалыҡта тәүге быҙауҙарҙы ҡабул итергә әҙерләнәләр, тимәк, һөт тә артасаҡ.

Райондағы иң эре һәм йылдам үҫешкәндәрҙән һаналған, Суртан-Үҙәк ауылында урынлашҡан был хужалыҡта бөгөн 100 баш һыйыр малы көтөлә, шуларҙың ҡырҡы һауыла. Малсылыҡ һәм ялансылыҡ тармағында эшләүсе хужалыҡ йәй миҙгелендә төп килемде тап һөт һатыуҙан ала. Быйыл ғына һөт һыуытыу ҡоролмаһы һатып алғандар. Сығымдар тиҙ үк, бер нисә көн эсендә ҡаплана, сөнки һыуытылған һөттөң хаҡы ла күпкә ҡиммәтерәк. Әле был ферманан көнөнә 300 литр һөт һатыуға сығарыла.

Әлбиттә, барлыҡ эштәрҙең көйлө барыуында хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең дә өлөшө ҙур. Оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы тармағында тир түккән мал ҡараусы Шәфҡәт Исмәғилевтең (һүрәттә), һауынсылар Айһылыу һәм Рәзилә Солтанғужиналарҙың көндәлек тырыш эшенән хужалыҡ башлығы бик ҡәнәғәт. Уларҙың намыҫлы хеҙмәте арҡаһында был крәҫтиән-фермер хужалығы районда иң тәүгеләр рәтендә килә лә инде.

В.Климов.
Читайте нас: