Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Февраль 2018, 18:28

Кооперация яңы хәрәкәтме, әллә үткәнгә кире ҡайтыумы?

Үткән аҙнала һәр ауыл биләмәһендә тип әйтерлек район халҡын бер аҙ ҡуҙғытып алған йыйылыштар булып үтте. “Яңынан кооперативтар булдырыла икән, халыҡҡа эш урыны асыла, ти”, – кеүегерәк хәбәрҙәр йыш ишетелде. Ысынында нимә һуң ул кооператив? Ниндәй маҡсаттар ҡуя һәм ни өсөн кәрәк?

Дөрөҫөн әйткәндә, илдең күп төбәктәрендә, республиканың байтаҡ райондарында төрлө эшмәкәрлек өлкәләре буйынса кооперативтар бер нисә йыл инде уңышлы эшләп килә. Уҙған йыл йомғаҡтарына ярашлы, республика ауыл хужалығы кооперацияларын үҫтереү буйынса Рәсәйҙә 12-се урынды биләй. Яңы 39 кооператив ойошторолған, Башҡортостанда уларҙың дөйөм һаны 100-ҙән саҡ ҡына ашыуыраҡ. Республика Хөкүмәтенең февраль башында үткән ултырышында Башҡортостан Башлығы Р.З.Хәмитов: “Быйыл программаға яҡынса 300 ауыл биләмәһен йәлеп итеү, 100 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын ойоштороу күҙаллана. Дәүләт ярҙамы 300 миллион һум тәшкил итәсәк, – тип хәбәр иткәйне. – Кооператив процестарҙа ҡатнашыусылар – шәхси ярҙамсы хужалыҡтар, крәҫтиән-фермер хужа-лыҡтары, ауыл хужалығы кооперативтары – 3 мең кешенән дә кәм булмаҫ тип көтәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта кооперативтар килемлелеге дүрт тапҡырға үҫергә, 1 миллиард һумдан артырға тейеш”, – тип белдергәйне. Шул маҡсаттан сығып, республиканың Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре төрлө райондар буйлап сәфәргә сыҡты.

Ә беҙҙең районда үткән йыйылыштарҙың төп маҡсаты иһә – ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү буйынса индерелгән яңы проект менән таныштырыу ине. Былтыр Башҡортостан ауыл хужалығы кооперацияларын үҫтереү буйынса федераль программа сиктәрендә һынау төбәктәре иҫәбенә ингән. Был эш буйынса Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең тәжрибәһе өйрәнелгән. Тышҡы эксперт сифатында Бөтә донъя банкы йәлеп ителгән. Уның менән берлектә урындағы башланғыстар нигеҙендә килем килтереүсе проекттар (доходогенерирующие проекты) аша булышлыҡ итеү, башланғыс этапта ҡорамалдар, техника йәки һатыу һәм логистика инфраструктураһы объекттары һатып алыу өсөн ярҙам итеү механизмы әҙерләнгән. Өҫтәмә финанслау шарттарында республика бер кооперативҡа 3 миллион һумға тиклем аҡса бүлә.

Тап ошо проект менән таныштырыу, уның маҡсатын төшөндөрөү, яңы кооперативтар төҙөү буйынса республика Ауыл хужалығы министрлығы белгесе Ә.Р.Мәжитова, район хакимиәтенең мәғлүмәт-консультация үҙәге начальнигы Х.В.Исҡужин райондың ялан зонаһында йәшәүселәр өсөн йыйылыш үткәрҙе. Унда Яманһаҙ, Юлдыбай, Матрай, Үрге Ғәле, Ҡашҡар ауылдары вәкилдәре, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, крәҫтиән (фермер) хужа-лыҡтары башлыҡтары ҡат-нашты.

Йыйылыштың тәүге өлө-шөндә ауыл хужалығы буйынса консультация үҙәге вәкиле Әлфирә Рәйес ҡыҙы Мәжитова был федераль программа тураһында ентекләп һөйләне, уның үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында халыҡ үҙ аҡсаһы менән ҡатнашҡан кеүек, был проектта ла пайсыларҙың үҙ финансы менән ҡатнашыуы кәрәк. Был программа кооперативтар төҙөү аша ауыл иҡтисадын үҫтереүгә һәм, шуның һөҙөмтәһе булараҡ, халыҡты экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

Яңы эш урындары булдырыу, шәхси һәм фермер хужалыҡтарында етештерелгән артыҡ продукцияны һатыу кеүек перспективалары булған проект халыҡта ҡыҙыҡһыныу тыуҙырмай ҡалманы. Әлбиттә, төп һәм иң мөһим талап та бар – ул физик шәхестәрҙән кооперация төҙөү, сөнки бығаса эшләп килгән ойошмаларға, учреждениеларға әлеге проект ярҙам итмәй. Ә кооперативтар ниндәй йүнәлеш буйынса эшләргә теләй – уныһы уларҙың үҙҙәренең иркендә. Мәҫәлән, республикала йәшелсәселек, ҡошсолоҡ, умартасылыҡ, балыҡсылыҡ һәм башҡа тармаҡтар буйынса үҫешкән хужалыҡтар бар.

Бәхәсләшә-бәхәсләшә байтаҡ ҡына кәңәш ҡорғандан һуң, беҙҙең тәбиғәт кирелектәренә йыш дусар булған ялан яҡ төбәгендә иң ҡулайлыһы – һөт эшкәртеү һәм игенселек буйынса кооперативтар төҙөргә мөмкинлек булыуын билдәләне йыйылыусылар. Һөт продукцияһын һәм иген культураларын эшкәртеү буйынса инициатива төркөмдәре булдырылды һәм уларҙың етәкселәре итеп Б.С.Әптиков менән Й.С.Алғошаев һайланды.

Ошондай уҡ йыйылыштар райондың башҡа ауылдарында ла үтте. Әлегә тиклем 5 йүнәлеш буйынса: Йылайырҙа – ит, тире һәм йөн эшкәртеү, Һабыр һәм Үркәс ауылдарында һөтсөлөк буйынса проект-тар тәҡдим ителде.

Был, әлбиттә, ҙур һәм ҡатмарлы эштең башы ғына. Беренсе апрелгә тиклем конкурста ҡатнашыу өсөн ғариза (заявка) ебәрергә кәрәк. Ә ғаризала кооператив эшмәкәрлегенең техник-иҡтисади нигеҙе булырға тейеш. 3 миллион һум аҡса алыу өсөн кооперативтың иҫәбендә һораған сумманың кәмендә 10 проценты, йәғни 270 мең һум аҡсаһы булырға тейеш. Иң күп балл йыйған предприятиелар яңы ҡорамал һатып алыу өсөн финанс ярҙамы аласаҡ, әммә техника ла, транспорт саралары ла бирелмәй, бары ҡорамал ғына алыу мөмкин. Еңеүсе кооперативтар июнь айында уҡ республика бюджетынан тейешле финанс ярҙамын аласаҡ.

Илдә барған төрлө үҙгәрештәргә күнегеп бөткән, әммә һәр яңылыҡты икеләнеп ҡабул итергә, үлсәп эш итергә өйрәнгән ауыл халҡы әле уйлана. “Яңы – ул онотолған иҫке нәмә. Яңы хәрәкәтме был, әллә үткәндәргә кире ҡайтыумы? – ти уларҙың күптәре. – Ҡарап ҡарайыҡ, заман үҙе яуап бирер, яңылыҡ индереү булырмы был, әллә күптәр һағынып һөйләгән күмәк хужалыҡты тергеҙеүме?”


Зөлфирә ҠОҘАШЕВА.

Автор фотоһы.


Читайте нас: