Үткән аҙнала Яманһаҙ ауылында аталы-уллы Иҫәндәүләтовтарҙың крәҫтиән (фермер) хужалығы базаһында ялан яҡ зонаһы аграрийҙары үҙҙәренең сираттағы семинар-кәңәшмәһенә йыйылды. Унда район хакимиәте белгестәре, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтары, ауыл хужалығы эшсәндәре һәм белгестәре, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты. Яҙғы сәсеү эштәренә арналған кәңәшмәне район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин алып барҙы.
Аграрийҙар өсөн иң яуап-лы осор – сәсеү башланырға һанаулы ғына ваҡыт ҡалып бара. Йыл әйләнәһенә дауам иткән хеҙмәттәренең иң мөһим осорона әҙерлек, уны ваҡытында һәм ойошҡанлы үткәреү өсөн коллегаларҙың йыйылышып һөйләшеүе, фекер алышыуы һәм тәжрибә уртаҡлашыуы – тәбиғи күренеш.
– Тормош нисек кенә ауыр булмаһын, яҙ етеүен һәр кеше, һәр тереклек көтә һәм шатланып ҡаршы ала. Ауылда йәшәүселәр өсөн яҙ мәшәҡәтле осор булһа ла, ер кешеһе уны өмөттәр менән ҡаршылай һәм баҫыу эштәренә ҡорамалдарын, орлоҡтарын, техникаһын әҙерләй башлай. Былтырғы кеүек, быйыл да бергәләп имен-һау осрашыуыбыҙға шатмын, йыл уңышлы булһын, ямғырҙар ваҡытында яуһын. Бураларҙан сығарылып баҫыуҙарға сәселгән иген тулы башаҡ, мул уңыш булып кире бураларға әйләнеп ҡайтһын, – тигән изге теләктәр менән асты кәңәшмәне Илгиз Лирман улы. – Ошонда ултырған һәр берегеҙ район өсөн ҡәҙерле: район етәкселеге лә, халыҡ та һәр ваҡыт һеҙгә ҡарап тора. Быйыл да 11 мең гектар ерҙә сәсеү эштәрен атҡараһы бар. Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы өлкәһендә ыңғай үҙгәрештәр байтаҡ булды. Бигерәк тә беҙҙе техниканың, сәсеү ҡорамалдарының яңырыуы шатландыра, киләсәккә өмөт менән ҡарарға мөмкинлек бирә.
И.Л.Фәтҡуллин үҙенең сығышында агротехник эштәрҙең ваҡытында башҡарылыуы, әйләнешкә яңы сорттар индереү, яңы культураларҙы сәсеп ҡарау, селекция эштәре, ерҙәрҙең сиктәрен билдәләү һәм идентификациялау, янғынға ҡаршы саралар күреү мәсьәләләре тураһында һөйләне. Пай ерҙәрен ҡуртымға алыу һәм пайсылар менән ваҡытында килешеү төҙөү йәһәтенән комиссияның эшен яйға һалыу, баҫыуҙарҙы малдан тапатыуға юл ҡуймау, көтөүҙәрҙе ваҡытында ойоштороу һәм малдарын көтөүгә ҡыумаған хужаларға ҡарата яза биреү буйынса административ комиссияның эшмәкәрлеген көйләү, полицияның участка хеҙмәткәрҙәре менән берлектә эшләү кеүек көнүҙәк булған мәсьәләләргә лә туҡталды Илгиз Лирман улы.
Артабан район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары М.Ғ. Әхмәров быйылғы сәсеүгә ҡағылышлы ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙе; “Йылайыр” гидрометеорология станцияһы начальнигы В.А.Варганов үҙенең сығышында аграрийҙарҙы йылдың уңышлы буласағын вәғәҙәләп һөйөндөрҙө; “Россельхозбанк”тың Йылайырҙағы өҫтәлмә офисы начальнигы Л.П.Мохова үҙенең сығышында юридик һәм физик шәхестәрҙе субсидиялау һәм кредитлау тәртибе тураһында ентекле аңлатма бирҙе; мәғлүмәт-консультация үҙәгенең яңы етәксеһе Ш.Ғ.Ғөбәйҙуллин, ошо уҡ үҙәктең агрономы Б.С.Намазов орлоҡтарҙы яңыртыу, калибр-лау һәм эшкәртеү кәрәклегенә туҡталһа, инженер-консультант А.Н.Андреев эш урындарында хеҙмәт тәртибе һәм хәүефһеҙлек техникаһын һаҡлау, эш урындарын баһалау һәм аттестациялау, яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашҡан сезонлы эшселәр менән хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаждар үткәреү зарурлығы хаҡында һөйләне; “Гостехнадзор”ҙың район бүлексәһе инспекторы ярҙамсыһы Ф.Г.Ғәниев транспорт сараларын техник тикшереү барышы, техниканың баҫыу эштәренә әҙерлек кимәле, ауыл хужалығы техникаһы ҡатнашлығындағы авариялар һ.б. тураһында мәғлүмәт менән сығыш яһаны.
«Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге» ФДБУ-һы Башҡортостан Республикаһы буйынса
филиалының Ейәнсура район-ара бүлексәһе етәксеһе В.Х.Тажмөхәмәтов ауыл хужалығы продукцияһын мониторинглау, орлоҡсолоҡто һәм үҫемселекте яҡлау, химик һәм мини утау, тупраҡты тикшереү, орлоҡтарҙы таҙартыу һәм биологик ашламалар менән фитоэкспертиза үткәреү тураһында һөйләне. Баҫыуҙарға органик һәм минераль ашламалар индереү ҡырҡа кәмегәс, тупраҡтың ярлыланыуы күҙгә күренеп торған осорҙа Вадим Хәмиҙулла улының сығышы күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Семинарҙың практик өлөшөндә В.Х.Тажмөхәмәтов һәм ошо бүлексәнең баш агрономы А.В.Амонова күргәҙмәлә тәҡдим иткән фито һәм биопрепараттар фермерҙарҙа хуплау тапты һәм күптәр уларҙы һатып алды. Ашлама индерелгән тупраҡҡа биошыйыҡса менән эшкәртелеп сәселгән бойҙай менән бер ниндәй эшкәртеүһеҙ сәселгән бойҙайҙың нисек шытым биреүен күрһәткән үрсетмә өлгөләре тәү ҡараш-тан күҙгә бәрелеп, һүҙһеҙ ҙә аңлашыла ине.
Шулай уҡ практик өлөштә Морат Иҫәндәүләтовтың техника паркы, орлоҡтарҙың торошо, уларҙы дезинфекциялау һәм таҙартыу барышы, фермерҙың быйылғы сәсеү эшенә ниәт-маҡсаттары менән танышыу мөмкинлеге булдырылғайны. Морат Ғәлимйән улы коллегалары менән асыҡтан-асыҡ һөйләште, һорауҙарына яуап бирҙе, кәрәкһә, уларға ярҙамға килергә әҙер булыуын белдерҙе.
Кәңәшмәгә йомғаҡ яһап, район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин семинарҙың файҙалы булыуын билдәләне һәм ойоштороусыларға, шулай уҡ ауыл хужалығы эшсәндәренә, фермерҙарға, мәғлүмәт-консультация үҙәге хеҙмәткәрҙәренә һәм район хакимиәте белгестәренә һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе, алда торған мөһим кампанияла – яҙғы сәсеү эштәрендә уңыштар теләне.
Зөлфирә ҠОҘАШЕВА.
Автор фотоһы