Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Май 2018, 17:55

Һәр минут ҡәҙерле мәл

Ауыл хужалығында иң яуаплы кампанияларҙың береһе – яҙғы сәсеү башланды.

Районда беренселәрҙән булып яҙғы баҫыу эштәренә Гөлнара Үтәшеваның крәҫтиән (фермер) хужалығы тотондо. Быйыл был хужалыҡта 1000 гектарға яҡын майҙанда ҡаты һәм йомшаҡ бойҙай, арпа, мал аҙығы өсөн ноҡот борсағы, һоло ҡатыш арпа сәсергә планлаштырғандар. Тракторҙар ҙа, тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү агрегаттары ла эшкә тулыһынса әҙер.

Беҙ барған көндө КФХ механизаторҙары Рәшит Теләүкәев менән Байрам Баһауыв баҫыуҙарҙы тырматыу һәм дискылау менән мәшғүл ине. Сәсеүҙә бөтәһе 4 механизатор эшләйәсәк.

Был көндәрҙә Морат Иҫәндәүләтовтың КФХ-һы баҫыуҙарында ла сәсеү эштәре ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Баҫыуҙарҙың әҙерлегенә ҡарап, башҡа хужалыҡтар ҙа сәсеүгә төштө.

Н.МОХОВ фотоһы.

Читайте нас: