Башҡортостан Респуб-ликаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Илдус улы Фәзрахманов беҙҙең районға эш сәфәре менән килеп китте. Республиканың агросәнәғәт комплексы етәксеһе район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин оҙатыуында “Иҫәндәүләтов М.Ғ.”, “Алғошаев Й.С.” крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм “Стратегия” ЯСЙ-һы ауыл хужалығы предприятиеһы баҫыуҙарында булды. Әлеге көндә был баҫыуҙарҙа барған эш менән танышып, И.И.Фәзрахманов яҙғы сәсеү эштәренең бер аҙ һуңлап башланыуына ҡарамаҫтан, тейешенсә һәм юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне. Крәҫтиән (фермер) хужалығы башлыҡтары һәм ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе менән һөйләшеү барышында министр яҙғы сәсеү эштәре, сәсеүлек майҙандары, яғыулыҡ, орлоҡ, техника, эшселәр һәм хеҙмәт шарттары хаҡында белеште.