Ауыл уттары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
21 Июнь 2018, 19:28

Сиратта – химик утау

Көтөп алынған йәйге эҫе көндәр килеү менән иген культуралары баш ҡалҡытты һәм, әлбиттә, баҫыу эшсәндәренең мәңге дошмандары –сүп үләндәре лә күкрәп үҫә башланы. Шуға ла әлеге мәлдә игенселәр алдында сәсеүлектәрҙе һаҡлау бурысы тора.


Был көндәрҙә район хужалыҡтары ярауай культураларын химик утау менән мәшғүл. Морат Иҫәндәүләтов етәкселегендәге крәҫтиән-фермер хужалығында был эштәр ҡыҙыу бара. Бында ярауай культуралар сәселгән 2000 гектар ерҙә химик утау үткәрергә кәрәк.

Йылдағыса, был участкала тәжрибәле механизатор Ишҡәле Янбаев эшләй, химикаттарҙы үҙ ваҡытында ауыл хужалығы тармағы ветераны, водитель Рәфит Шәкиров ташый.

Көн һайын улар 200 – 250 гектар майҙанды эшкәртә. Ел-дауыллы һауа торошо тотҡарлап тормаһа, эш күләме күберәк тә булыр ине.


В. Климов.

Фотола: механизатор И. Янбаев

һәм водитель Р. Шәкиров.
Читайте нас: