Ауыл уттары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
25 Июнь 2018, 19:22

Мал аҙығы әҙерләүгә – етди иғтибар

Үткән аҙна аҙағында БР ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселек һәм мал аҙығы етештереү бүлеге начальнигы А.М.Мөхәмәтшин эш сәфәре менән беҙҙең районда булды һәм “Үтәшева Г.Р.”, Үтәшев И.И.” крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары базаһында үткәрелгән семинар-кәңәшмәлә ҡатнашты.


Мал аҙығы әҙерләүгә бағышланған семинарға район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге һәм мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре, ветстанция, “Гостехнадзор”-ҙың район буйынса бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре, фермер хужалыҡтары башлыҡтары саҡырылғайны.

Бындай семинар үткәреү беҙҙә матур традицияға әйләнгән. Сөнки сәсеү һәм ураҡ миҙгелдәре кеүек үк, мал аҙығы әҙерләү ҙә ауыл эшсәндәре өсөн яуаплы осорҙарҙың береһе булып тора. Үтәшевтарҙың фермер хужалығы был семинарҙы үткәреү урыны тип юҡҡа ғына һайланмаған. Хужалыҡ районда абруй менән файҙалана, мал аҙығы әҙерләү йүнәлешендә ҙур тәжрибә туплаған, заманса техника өлгөләре бар, мал аҙығы әҙерләү йыл һайын юғары кимәлдә атҡарыла.

Районда быйылғы ҡыштың аҙ ҡарлы, яҙҙың һәм йәйҙең тәүге айының ямғырһыҙ, ҡоро булыуы тупраҡта дым запасының етмәүенә килтерҙе. Етмәһә, елле-дауыллы һалҡын көндәр тороуы ла игендең, үләндең шытым биреүенә кире йоғонто яһаны. Шуға күрә быйыл мал аҙығы әҙерләү ҙә һуңғараҡ ҡалды, үткән йылдарҙа был ваҡытта мал аҙығы әҙерләү тулы ҡеүәтенә бара торғайны.Район хакимиәте баш-лығының беренсе урынбаҫары М.С.Солтанов кәңәшмәне асты һәм уның программаһы менән таныштырып үтте.

– Бөтә хужалыҡтар ҙа яҙғы сәсеү эштәрен оптималь ваҡытта, район малсылары ҡышлатыуҙы уңышлы тамамланы. Хәҙер мал аҙығы әҙерләүҙе ваҡытында башҡарырға һәм тейешле күләмдә әҙерләргә кәрәк, – тине ул сәләмләү һүҙендә һәм ауыл хужалығы министрлығы вәкиле Азат Мөхәмәтшинға һүҙ бирҙе. Ул “Мал аҙығы әҙерләүҙе ойоштороу һәм үткәреү буйынса пландар һәм бурыстар” темаһына ҡыҫҡаса доклад менән сығыш яһаны.

– Республика буйынса бөртөклө культураларҙы сәсеү уңышлы тамамланды. Әле бөтә хужалыҡтарҙа ла интенсив рәүештә химик утау бара. Күп райондарҙа мал аҙығы әҙерләүгә тотондолар ҙа инде. Бөтәһе миллион ярым тирәһе мал аҙығы -шул иҫәптән сенаж, силос һәм бесән әҙерләү күҙ уңында тотола. Һөт етештереүҙе һәм малдарҙың продуктлылығын арттырырға, бер шартлы баш малға 30-35 центнер аҙыҡ әҙерләргә, күп йыллыҡ үләндәрҙе ваҡытында яңыртып торорға тейешбеҙ,– тип белдерҙе Азат Миңзаһир улы. Ул шулай уҡ ауыл хужалығы буйынса республика программаларының үтәлеше, төрлө йүнәлештәр буйынса субсидиялар бүлеү шарттары тураһында ла һөйләне. Сығыш яһаусы һәр бер хужалыҡта сифатлы мал аҙығы әҙерләүгә, ғөмүмән, малсылыҡҡа тейешенсә иғтибар бирелер, тигән ышаныс белдерҙе.

Министрлыҡ вәкиленә кооперативтар, һалым йыйымдары, һөткә һәм иткә субсидиялар, дәүләт гранттары, ҡоролоҡ сәбәпле ауыл хужалығы өсөн ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителеү шарттары һ.б. бик күп һорауҙар бирелде.

Район хакимиәте баш-лығы урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Д.Х.Юлдыбаев йыйылыусыларҙы малсылыҡ тармағындағы эштәр барышы, "йәшел ураҡ”ҡа әҙерлек торошо менән ҡыҫҡаса таныштырҙы, фермерҙарға эштәрендә уңыштар теләне.

Ветстанция начальнигы Т.Ҡ.Солтанов үҙенең сығышында әҙерләнгән аҙыҡтың сифатын мотлаҡ тикшертергә кәрәклегенә баҫым яһаны һәм хужалыҡ етәкселәрен лаборатор тикшереү уҙғарырға саҡырҙы.

Мәғлүмәт-консультация үҙәгенең инженер-консуль-танты А.Н. Андреев эш урындарында хеҙмәт тәртибе һәм техника хәүефһеҙлеген һаҡлау, эш урынын баһалау һәм аттестациялау буйынса инспекция ҡарарына ярашлы мал аҙығы әҙерләү осоронда ҡатнашҡан сезонлы эшселәр менән техника хәүефһеҙлеге буйынса инструктаждар үткәреү зарурлығы хаҡында һөйләне. Шулай уҡ ошо үҙәктең агрономы Б.С.Намазов әҙерләгән бер йыллыҡ, күп йыллыҡ үләндәр, ужым арышы, тамыраҙыҡтар сәсеү ваҡыттарының төрлө йылдарҙағы сроктары, көтөүлектәр әйләнеше менән “йәшел конвейер” сағыштырмаса таблицаһы менән танышырға мөмкин ине.

Семинарҙың практик

өлөшөндә унда ҡатнашыу-сыларға фермер И.И.Үтәшевтың тигеҙ рәт булып теҙелеп ултырған мал аҙығы әҙерләү техникаһы менән танышырға форсат тыуҙы.

– Мөмкинлектәребеҙҙе иҫәпкә алып, хужалыҡта мал башына 30-35 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләү өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар, – тине Илшат Илдус улы хужалығындағы эш барышы менән таныштырып. – Етерлек күләмдә сенаж әҙерләү өсөн беҙгә бер аҙна ваҡыт етә. Сенаж һалыу шарттарын, технологияһын теүәл үтәйбеҙ, йыл һайын анализдар тапшырып торабыҙ һәм беренсе класлы мал аҙығы әҙерләнә.

Әйтергә кәрәк, Үтәшев-тарҙың фермерлыҡ хужалығы йылдан-йыл киңәйә, сәсеүлек майҙандары арта. Бөтәһе 1000 гектарҙан ашыуыраҡ майҙандың яртыһын бойҙай алып торһа, 135 гектарҙы күп йыллыҡ, 150 гектарҙы бер йыллыҡ үлән биләй, ә 120 гектарға тәүге тапҡыр етен сәселгән. Йәш фермер Илфат Үтәшевтың баҫыуҙарында арыш, һоло, нут, борсаҡ кеүек культуралар үҫтерелә. Техника паркы ла яңыртылып тора: быйыл ғына сәскес һәм “МАЗ” автомашинаһы һатып алғандар.

– Бөгөнгө сара бик эшлекле шарттарҙа үтте, тип әйтә алам һәм ул, ысынлап та, бик файҙалы булды, һәр йәһәттән күп нәмә белдек. Әммә беҙгә киләсәктә яңы, алдынғы технологияларҙы үҙләштереүгә, камиллаш-тырыуға иғтибар бирергә, уларҙы индереү өҫтөндә эшләргә кәрәк, сөнки малсылыҡ үҫешен унан башҡа күҙ алдына килтереп булмай, – тине семинарҙы йомғаҡлап район хакимиәте башлығы урынбаҫары М.С.Солтанов. Марс Салауат улы ауыл эшсәндәренә был яуаплы, көсөргәнешле мал аҙығы әҙерләү эшендә уңыштар теләне.

Зөлфирә ҠОҘАШЕВА.
Автор фотоһы.

Читайте нас: