Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
28 Июнь 2018, 18:01

Киләсәк орлоғо бөгөн һалына!

Үткән йылдың көҙөндә Морат Иҫәндәүләтовтың хужалығында яҡшы ғына бойҙай культуралары уңышы йыйып алынды. һауа шарттары ла хужалыҡҡа ураҡты ваҡытында тамамларға булышлыҡ итте. Быйылғы сәсеү эштәренең лә унда ойошҡанлы һәм юғары сифатлы үтеүен билдәләмәй булмай. Шуға ла, “М.Ғ.Иҫәндәүләтов” крәҫтиән (фермер) хужалығы сәсеү осоронда иғлан ителгән хеҙмәт ярышы һөҙөмтәһе бу-

йынса, иң яҡшыһы тип танылып, Йылайыр районы хакимиәтенең Дипломы менән билдәләнде. Хаҡлы награданы крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Морат Ғәлимйән улы Иҫәндәүләтов Һабантуй байрамында алды.


Икмәк үҫтереүселәр алдарына ҡуйылған маҡсатҡа ярашлы эшләй, хужалыҡта көс түккән һәр кемдең тырыш хеҙмәте шулай уңышҡа килтерә. Баҫыуҙа эшләгән аталы-уллы Иҫәндәүләтовтарҙың эште көйләү, ойоштора белеүе лә быға булышлыҡ итәлер, күрәһең. Хәҙерге ваҡытта крәҫтиән (фермер) хужалығы баҫыуҙарында алдан планға индерелгән гектарҙарҙа туңға һөрөү эштәре йәйелдерелгән. Бынан 25 йыл элек ҡулланылыштан сығарылған 800 гектар ер майҙаны ҡайтанан тергеҙелә, улар киләһе йылда сәсеү өсөн хәҙерҙән үк әҙерләнә. Планға ярашлы, был ерҙәр майҙанын 1000 гектарға еткереү тора һәм был 2019 йылдағы сәсеү эштәренә нигеҙ буласаҡ. Әгәр ҙә, хужалыҡ эштәре алдан уйланылғанса барһа, майҙан 4500 гектарға етәсәк. Бөгөнгө көндә был участкаларҙа ике к-700 һәм бер т-150 тракторҙары ал-ял белмәй эшләй. Тракторҙар тауышы бында көндөҙ ҙә, төндә лә тынмай, сөнки эш ике сменала ойошторолған. Тырыш хеҙмәт менән дан алған хужалыҡ механизаторҙары ла эште ваҡытында тамамлау зарур икәнен яҡшы аңлай, шуға ла эште юғары темпта алып бара. Наил Шәрипов, Фуат Исҡужин, Ҡәнзәфәр Аҡҡужин, Йосоп Иҫәндәүләтов, Данис Мәғзүмов һәм Йомағол Йәнсуриндар намыҫлы эш кенә яҡшы һөҙөмтәгә килтереүен белә һәм бер йәйге көн – ҡышты туйҙыра, тигән принципҡа таянып эшләй.

Һүрәттә: Туңға һө-рөү эштәре ҡыҙған мәл.

Механизаторҙар Й.Йәнсурин (һулдан уңға), Н.Шәрипов һәм Д.Мәғзүмов.

Гөлгөнә ТАҺИРОВА.

Василий КЛИМОВ фотоһы.
Читайте нас: