Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
2 Июль 2018, 19:19

Өҫтәлебеҙҙә тик сифатлы ризыҡ булһын!

Үткән аҙна аҙағында беҙҙең районда эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы ветеринария идаралығы начальнигы – Башҡортостан Республикаһы баш дәүләт ветеринария инспекторы А.С. Йыһаншин булып китте.

Башта ул район хакимиәтендә ауыл билә-мәләре башлыҡтары, крәҫтиән(фермер) хужалыҡтары, малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, ветеринария хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре менән кәңәшмә үткәрҙе. Осрашыу барышында бер нисә актуаль һорау ҡаралды. Азат Салауат улы республикалағы эпизоотик хәл-торош тураһында һөйләне, территорияны хайуандар һәм ҡоштар тарафынан таратылған йоғошло ауырыуҙар индерелеүенән һаҡлаусы ҡағиҙә талаптарын мотлаҡ үтәү кәрәклеген иҫкәртте.

– Республикаға мал-дарҙың ҡурҡыныс ауы-рыуҙары индерелеүе хәүефе әле лә юғары

кимәлдә. Шуның өсөн дә ауыл хужалығы малда-рының күсеп йөрөүе һәр ауыл биләмәһе ветеринар табибы тарафынан, ҡануниәттә ҡабул ителгән нормаларға ярашлы, контролгә алынырға тейеш. Был талап, беренсе сиратта, район халҡы хәүефһеҙлеге өсөн башҡарыла, –тине ул.

Йыйылыштағы иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе – юридик һәм физик шәхестәрҙең “Меркурий” дәүләт мәғлүмәт системаһында теркәлеү үтеүе булды.

– “Меркурий” электрон ветеринария сертификацияһы малсылыҡ тармағы продукцияһы хәрәкәтен бөтә ил буйлап күҙәтергә булышлыҡ итә. Уның ярҙамында һатыу прилавкаһында конкрет продукцияның ҡайҙан һәм уны етештереү өсөн һөт, ит, балыҡтың ҡайһы ферманан килтерелеүен белеп була, шуның менән әйләнештән сифатһыҙ һәм хәүефле продукцияны кире ҡайтарыу мөмкинселеге бар, – тине А.С.Йыһаншин. – Был эш, беренсе сиратта, ауыл хужалығы продукцияһын ҡулланыусыларҙың мәнфәғәтенән сығып эшләнә. Ошо турала халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барыр кәрәк, әлбиттә.

Кәңәшмәлә ҡатна-шыусылар тағы бер мөһим һорауҙарҙың береһе – ауыл хужалығы малдарын идентификациялау (номерлау) тураһында фекер алышты. 2018 йылда, Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы минис-трлығының “Идентификация һәм теркәүгә тәғәйенләнгән малдар исемлеген ҡабул итеү тураһында” ҡарарына ярашлы, Рәсәйҙә йорт һәм ауыл хужалығы малдарын идентификациялауҙың берҙәм системаһын булдырыу башланды.


Мәғлүмәт базаһында малдың тыуыу датаһы (территорияға индерелеүе), тыуыу урыны, продуктивлығы, малдың тоҡомо, тышҡы ҡиәфәте, уның күсеп йөрөтөлөүе, ауырыуҙары, диагностик тикшереүҙәр һөҙөмтәләре, ветеринар эшкәртелеүе һәм хужалары тураһында мәғлүмәт һаҡлана. Был система мал башын иҫәптә тотоу, селекцион эштәрҙең сифатын күтәреү, көтөүһеҙ йөрөгән малдарҙы, малдарҙың юл-транспорт ваҡиғаһында йәрәхәтләнеү, урланыу осрағында ғәйеплеләрҙе табырға ярҙам итә. Быйыл эре малдар һәм аттар биркалана. 2019 йылда һарыҡ-кәзәләр, эт һәм бесәйҙәр идентификацияланасаҡ.

Шулай уҡ, уҙған кәңәшмәлә мал һуйыу пункттарын төҙөү һорауы ла күтәрелде. Әйтергә кәрәк, был мәсьәлә етди ҡарар ҡабул итеүҙе талап итә. Махсус мал салыу урындары булдырылыуы, иттең санитар-эпидемиологик яҡтан хәүефһеҙ булыуына булышлыҡ итәсәк. Шуның өсөн дә мал салыу урындары булдырыу һәм малды унда ғына салыу нормаға әйләнергә тейеш. Был мотлаҡ ветеринар талап һәм Таможня союзында ҡатнашыусы илдәр өсөн берҙәм һанала, – тине Азат Салауат улы.

Үлгән малды күмеү урындары ла мөһимлеге буйынса ҡалышмай. Уларҙы булдырыу, ҡарау, ремонтлау, инеү урындарын төҙөкләндереү өсөн дәүләт финанслауы ҡаралған. Әйткәндәй, финанс ҡына түгел, ә методик ярҙам да булырға тейеш.

Азат Салауат улы белдереүенсә, мал-тыуарҙы санкцияланмаған рәүештә индереү – сир таралыуҙың төп сығанағы булып тора. Мал-тыуарҙы һәм малсылыҡ продукцияларын санкцияланмаған рәүештә күсереп йөрөтөү факттары тураһында оператив мәғлүмәт алыу өсөн республиканың Ветеринария идаралығы тарафынан ветеринария өлкәһендә закондарҙы боҙоу мәсьәләләре буйынса “Ҡыҙыу линия” булдырылды. Республикала йәшәгән һәр кем көн һайын сәғәт иртәнге 8-ҙән алып 20.00-гә тиклем 8-800-77-55-828 телефон һандарын йыйып дәғүәһен белдерә йәки мал-тыуарҙы һәм малсылыҡ продукцияһын законһыҙ күсереп йөрөтөү (индереү), мал-тыуарҙың күпләп сирләүе һәм ҡырылыуы, йорт һәм ҡырағай хайуандарҙың үлегенә юлығыу, һатҡан малсылыҡ продукцияһы хәүефһеҙлеге, дәүләт ветеринар хеҙмәте эше буйынса иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәр яһау, мал-тыуар өсөн айырыуса хәүефле сирҙәрҙе индереү һәм таратыуға бәйле башҡа һорауҙар буйынса мөрәжәғәт итә ала. Шылтыратыу бушлай. Бөтә шылтыратыуҙар ҙа “Башҡортостан республикаһының ветеринария станцияһы” хеҙмәткәрҙәре һәм ветеринар-табиптар тарафынан ҡабул ителә.

Шылтыратыу бушлай. Бөтә шылтыратыуҙар ҙа Кәңәшмәгә һығымта яһап, А.С.Йыһаншин Дәүләт ветеринар хеҙмәте тарафынан республика территорияһы именлеген һаҡлау буйынса барлыҡ кәрәкле профилактик саралар үткәрелеүен, әммә берҙәм тырышлыҡ менән генә хәүефле инфекцияларға һөҙөмтәле ҡаршы тороп булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Г.Таһирова.
Читайте нас: