Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
12 Июль 2018, 18:42

Ике яҡ өсөн дә файҙалы эш

Һыйыр елененән аҡса тама, тигәндәрен һеҙ ҙә, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, ишеткәнегеҙ барҙыр. Эйе, ауыл ерендә халыҡ башлыса үҙ хужалығы иҫәбенә йәшәй. Шуға күрә лә уңған хужалар өҫтәленән үҙҙәре етештергән май-ҡаймағы, эремсек-ҡорото бер ҡасан да өҙөлмәй. Бынан тыш, артып ҡалған һөттө тапшырып, ярайһы ғына килем алырға ла була бит әле. Тик бына йыйыусыһы ғына булһын. Элек-электән ауыл халҡы һөт заводтарына күҙ төбәп тора. Беҙҙең районда был эште “Йылайыр һөтө” ЯСЙ-һы алып бара. Күптән уңышлы ғына эшләп килгән был ойошма район халҡынан һәм крәҫтиән(фермер) хужалыҡтарында, бүтән ауыл хужалығы предприятиеларында етештерелгән һөттө һатып алыу менән шөғөлләнә.

“Йылайыр һөтө”менән беҙҙең районға һәм күрше райондарға ҡараған 21 ауыл хужалығы тауары етештереүселәре хеҙмәттәшлек итә. Үҙебеҙҙең 15 һәм ут күршеләребеҙҙең 8 ауылынан һөт тапшыралар бында. Әммә хужалыҡта һауып алынған һөт тәғәйен урынына барып етһен өсөн кемдер был эште яйға һалырға тейеш. Тәү ҡарашҡа ябай ғына, әммә асылында еңелдән булмаған был хеҙмәтте һөт йыйыусылар башҡара. Көн һайын иртә менән ауылдаштарынан һәүкәштәрҙең “ағын” йыйырға сыға улар. Йәй миҙгеле бигерәк тә ҡыҙыу осор һөт йыйыусы өсөн, ҡышын ғына, һөт аҙайғас, бер аҙ ял итеү форсаты тейә. Әммә, нисек кенә булмаһын, был эш ике яҡ өсөн дә отошло, ауыл халҡы ишле мал аҫрап, файҙаһын күрә, “тере аҡса” алып ҡыуана.

Беҙҙең районда оҙаҡ йылдар дауамында һөт йыйыусы булып эшләгән уңған хеҙмәткәрҙәр бихисап. Шуларҙың береһе – Фәнил Ҡәйепов. Һултантимер һәм Яманһаҙ ауылдары халҡын хеҙмәтләндергән Фәнил Ишбулды улы “Йылайыр һөтө” ЯСЙ-һының һөт йыйыу буйынса алыштырғыһыҙ лидеры. Уңайлы һөт һауыттарын “эшсе аты” – “Жигули”һының тағылмаһына ултыртып алып, көн дә яратҡан эшенә ашыға ул.

– Һөт йыйыу менән мин 10 йыл шөғөлләнәм, – ти ФәнилИшбулды улы. – Даими һөт тапшырыусыларым 40-лап ихата тирәһе. 3 – 4 һәм унан да күберәк һыйыр тотҡан хужалыҡтар бар. Көнөнә мин хәҙер 600 – 700 килограммлап һөт йыйып алам.

Һөт йыйыу буйынса икенсе урында Суртанүҙәк ауылынан Наил Теләүкәев бара. Ул да был яуаплы эштә байтаҡ йылдар йөрөй. Өсөнсө урынды биләүсе Һынташ ауылынан һөт йыйыусы Рәйсә Алсынованың да күрһәткестәре яҡшы ғына. Күптән инде тәжрибәле һөт йыйыусыларға әйләнгән Рәйлә Ишутованың (Ҡашҡар ауылы), Рәмилә Рәмованың (Сәләх ауылы) һәм Мәүлиҙә Сараеваның (Матрай ауылы) фиҙаҡәр хеҙмәте тик маҡтау һүҙҙәренә генә лайыҡ.

Ә крәҫтиән(фермер) хужалыҡтары араһында КФХ башлығы Марина Сапожникованы билдәләп үтергә кәрәк. Үҙенең хужалығында һөт етештереү менән бер рәттән, ул Бәрҙәш ауылы халҡынан да һөт йыя.

Һәр көн иртән һуйы һөтлө биҙрәләрҙе күтәреп, аҡ ризыҡ йыйған, уны тапшырып, ауыл халҡын ҡыуандырған һөт йыйыусыларға уңыштар теләйбеҙ.


Зөбәржәт Һиҙиәтова.

В. Климов фотоһы.
Читайте нас: