Сара сиктәрендә Рәсәй фәндәр академияһы Өфө тикшеренеү үҙәгенең Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институтына ҡараған Баймаҡ подразделениеһында ауыл хужалығы машиналары, үҫемлектәрҙе һәм орлоҡтарҙы һаҡлау средстволары менән тәьмин итеүселәрҙең күргәҙмәһе ойошторолдо. Баймаҡ районының тәжрибә хужалығы элек-электән тармаҡ эшен фән менән берлектә алып бара. Улар семинарға килеүселәргә 136 төр үҫемлек сәселгән майҙандарҙы күрһәткән. Ул тәжрибә өсөн дә, ҡоролок шарттарында ҡулланыуға тәҡдим ителгән дә сорттар.
Бөгөн республика баҫыуҙарының ҙур өлөшө көнбағыш, рапс , етен, гәршиш кеүек отошло культураларға бирелгән. Майлы культураларҙың хаҡы баҙарҙа күпкә юғарыраҡ, ләкин был иген майҙандарының күләме ҡырҡа кәмене тигәнде аңлатмай. Республикала быйыл да уңыш буласаҡ , тине белгестәр семинар-кәңәшмәлә.
Рәсәй буйынса быйыл 100 млн тонна уңыш йыйып алыу күҙ уңында тотола, былтыр был күрһәткестәр 135 миллион тонна самаһы ине. Ләкин бөгөн аҡса эшләргә мөмкинлек биргән башҡа культураларҙы оноторға ярамай.
Баҫыу эштәренең барышын дәүләт ярҙамыһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. БР Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов билдәләүенсә, төрлө программалар, субсидиялар биреүҙең тәртибә һуңғы ике йылда шул уҡ ҡалһа ла 2020- се йылдан талаптар үҙгәрә башлай. Бының өсөн әле ук тармаҡ белгестәренең теләктәре һәм тәкдимдәре иҫәпкә алына башлаясаҡ.