Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
6 Август 2018, 18:58

Заман менән бер ҡатарҙан

Ураҡҡа төшөргә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Әммә быйылғы уңыш игенселәрҙе бер ҙә шатландырырлыҡ түгел, сөнки йыл ауыр килде: сәсеү кампанияһы тамамланғандан бирле ямғыр яуманы, июнь айындағы ҡыуан елле һыуыҡ көндәр баҫыуҙағы булған ғына дымды киптерҙе, ә июль һәм август айҙарындағы үтә ныҡ эҫелек “йығылғанға – йоҙроҡ” һымаҡ булды. Күп фермерҙарҙың баҫыуҙарындағы иген, ерҙән ҡарыш самаһы ғына күтәрелеп, тамырында көйҙө. Һәләк булған баҫыуҙары, юҡҡа түгелгән хеҙмәт, сарыф ителгән көс һәм әсе тир, әлбиттә, ауыл хужалығы эшсәндәренең кәйефен төшөрөрлөк етди сәбәптәр...

Ураҡҡа төшөргә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Әммә быйылғы уңыш игенселәрҙе бер ҙә шатландырырлыҡ түгел, сөнки йыл ауыр килде: сәсеү кампанияһы тамамланғандан бирле ямғыр яуманы, июнь айындағы ҡыуан елле һыуыҡ көндәр баҫыуҙағы булған ғына дымды киптерҙе, ә июль һәм август айҙарындағы үтә ныҡ эҫелек “йығылғанға – йоҙроҡ” һымаҡ булды. Күп фермерҙарҙың баҫыуҙарындағы иген, ерҙән ҡарыш самаһы ғына күтәрелеп, тамырында көйҙө. Һәләк булған баҫыуҙары, юҡҡа түгелгән хеҙмәт, сарыф ителгән көс һәм әсе тир, әлбиттә, ауыл хужалығы эшсәндәренең кәйефен төшөрөрлөк етди сәбәптәр...


Ләкин үҙ эшенә фиҙакәр бирелгән, ҡаршылыҡтарҙы еңеп өйрәнгән тәжрибәле фермерҙар йылдың уңышһыҙ килеүенә зарланып, ҡул ҡау-шырып ултырмай. Мал аҙығы әҙерләү менән бер рәттән улар ҡоролоҡ эҙемтәләрен кәметеү юлдарын эҙләй, киләсәккә пландар ҡора, заманса тех-нологияларҙы индереү тура-һында уйлай.

Утыҙ йылға яҡын ғүмерен фермерлыҡ эшенә бағышлаған Й.С.Алғошаев та шундайҙар иҫәбендә. Тәбиғәт көйһөҙлөгөнә көйөнөп ултырмай, булған ғына игенде әрәм-шәрәм итмәй йыйып алыу, уны эшкәртеү һәм һаҡлау сараларын ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарыу уйы менән яна. Шул маҡсатта Йәмил Сәмиғулла улы ҙур һәм мөһим эшкә йөрьәт иткән: хаҡы 5 миллион һум самаһы торған заманса яңы иген таҙартыу ҡоролмаһы һатып алған. Уны Матрай ауылында ҡуртымға алып файҙаланып килгән ырҙын табағына урынлаштырған. ЗАВ-25 тип аталған был комплекс Белгород өлкәһенең Строитель ҡалаһында урынлашҡан “АгроСельМаш” заводында етештерелгән.

– Беҙҙең завод сығарған ҡоролмалар бөтә Рәсәй буйлап тарала, хатта Алыҫ Көнсығышҡа, Хабаровск крайына тиклем ебәрелә, – ти ЗАВ-ты ҡорған бригада етәксеһе, инженер Дмитрий Овсянников. – Комплекстарҙы һеҙгә күрше ятҡан Силәбе, Ырымбур өлкәләренә һатып, уларҙа урынлаштырғаныбыҙ булһа ла, Башҡортостан менән был беҙҙең беренсегә хеҙмәттәшлек итеүебеҙ. Әле беҙ Башҡортостанда, атап әйткәндә, “Башсельхозтехника” дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы территорияһында үҙебеҙҙең филиалды астыҡ һәм Йылайыр районындағы был эшебеҙ – тәүгеһе. Бер комплексты урынлаштырыу ай самаһы ваҡытты ала: соҡор ҡаҙыу, майҙанды тигеҙләү, ҡоролманы урынлаштырып, бетонлау, вибрация менән үҙәктән ҡыуыусы сепаратор, аэродинамикалы орлоҡ машинаһы “Алмаз”ды ҡуйыу – бер көндә эшләнә торған еңел эш түгел. Бының өсөн юғары квалификациялы белгестәрҙән торған бригада төҙөлгән, беҙ ун дүрт йылдан ашыу тик ошондай комплекстарҙы ҡороу, йәғни монтажлау менән генә шөғөлләнәбеҙ. Уға ике йыл гарантия бирелә, бөтә ҡоролмалар сертификация үткән. Әлбиттә, хаҡы арзан түгел, әммә иген уңһа, агрегат буш тормаһа, ул бер йылда үҙенең хаҡын кире ҡайтара ала.

– Сәғәтенә 25 тонна игенде таҙарта алған ҡеүәтле ҡоролма минең өсөн генә түгел, райондың бөтөн фермерҙары өсөн дә бик кәрәк, – ти Йәмил Сәмиғулла улы. – Миңә ҡалһа, уның сығымы ҡапланыуы түгел, ә беҙгә, дөйөм эшкә файҙа килтереүе мөһим. Заманса технология буйынса көйләнгән агрегат игенде (бойҙай, арпа, арыш, һоло кеүек бөртөклө культураларҙы ла), етен, борсаҡ, фасоль, нут (ноҡот борсағы), чечевица (яҫмыҡ, йәки яҫы борсаҡ) кеүек ҡуҙаҡлыларҙы ла таҙарта, калибрлай, сифатына ҡарап бүлә, орлоҡтарҙы айыра. Ошоғаса беҙ беренсе сорт сифатлы, калибрланған иген сәскәнебеҙ ҙә юҡ, тиерлек. Шуға күрә яңы комплексҡа өмөтөбөҙ ҙур.

Беҙ һөйләшкәнсе водитель Виктор Мущелев йөрөткән “КамАЗ” автомашинаһы тәүге ҡарабойҙайҙы килтереп тә бушатты. Шул арала ҡеүәтле ҡоролма “телгә килде” һәм геүләп уны таҙартып, ҡыйын айырып, таҙа ярманы контейнерға бушатып та өлгөрҙө. Иген таҙартыу комплексы менән бер генә кеше идара итә. Әлеге көндә монтажлаусы бригада менән Япарһаҙ ауылынан Айбулат Алғошаев өйрәнеп, эш нескәлектәренә төшөнөп йөрөй. Совхоз заманында ырҙын табағында тиҫтә йылдан ашыу иген таҙартыуҙа эшләгән кешегә был заманса технологияны ла өйрәнеү ауыр түгел. Евгений Куликов, Алексей Акатов, Александр Поздняков, Дмитрий Овсянниковтан торған бригадаға йәшәргә һәм эшләргә бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған, Матрай ауылынан Әмир Исҡужин иһә уларҙы тәмле аш-һыу менән һыйлай.

Заман ауырлыҡтарынан ҡурҡмай, алға ҡарап йәшәгән, бөтә көсөн һалып эшләгән, яҡындары өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға, уларға лайыҡлы тормош булдырырға тырышҡан фермер Йәмил Сәмиғулла улы кеүек уңғандар бары һоҡланыу тойғоһо ғына уята. Бер-береһе өсөн өҙөлөп тора Алғошаевтар: әле лә Илфат һәм Рафиҡ ҡустылары уның янында, көстәренән килгәнсе ярҙамлашып, кәңәшләшеп, ҡул һәм һүҙ ярҙамы күрһәтеп, хуплап йөрөй ине. Туғандар берҙәмлегенән дә көслөрәк нимә бар тағын?!

Зөлфирә ҠОҘАШЕВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: