Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
23 Август 2018, 19:30

Ашлыҡ урыу ҡыҙған мәл

Район баҫыуҙарында урып-йыйыу көндән-көн ҡыҙа бара. Бөгөнгө көндә ашлыҡ урыу эштәре “Иҫәндәүләтов М.Ғ.”, “Тусалин В.Ю.”, “Ласынов Р.С.”, “Үтәев Б.Р.” крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында, “Стратегия” ЯСЙ-һында һәм Урал аръяғы агроинженерия колледжында бара.

Сәселгән 9,7 мең гектар иген культураларынан август уртаһына – 1,3 гектар, йәғни 13 процент йыйып алынған. Хужалыҡтарҙа борсаҡ, һоло, арпа һуғып алыу эштәре йәнләнгән, айырым хужалыҡтар бойҙай һуғыуға ла төшкән.
Иген культураларын урыуға бөтәһе 13 комбайн йәлеп ителгән. Ашлыҡ урыу эштәрен башҡарыу өсөн хужалыҡтарҙа яғыулыҡ материалдары менән тәьмин итеү, талап ителгәндең яртыһын тәшкил итә. Яғыулыҡ-майлау материалдарын алыу өсөн килешеүҙәр төҙөлгән, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итәһе генә ҡалған.
Быйыл 7000 гектарҙа туңға һөрөү, ә 300 гектарҙа ужым культураларын сәсеү планлаштырылған. Алдағы көндәрҙә механизаторҙар был эштәргә лә тотонасаҡ.
Игенселәр ураҡ мәлендә көндәрҙең яуым-төшөмһөҙ тороуына ышанып, эште бик тиҙ ваҡытта башҡарырға ниәтләй.
Г.Таһирова.
Читайте нас: