Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
3 Сентябрь 2018, 19:18

Һабанда һайрашыр мәл

Морат Иҫәндәүләтовтың крәҫтиән (фермер) хужалығы районда иң ҙуры. Был хужалыҡта сәсеүлек майҙаны ғына 3000 гектарға яҡын тәшкил итә. Быйылғы һыуыҡ яҙ һәм ҡоро йәй үҙенекен итте, баҫыуҙарҙа иген культуралары күләме былтырғыға ҡарағанда күпкә әҙ. Әммә баҫыу эшсәндәренең ярайһы кимәлдә иген культураларын йыйып алыуға өмөтө ҙур.

Арпа һәм һоло уңышы гектарынан 18 центнер тәшкил итә, шулай уҡ борсаҡ та яҡшы ғына үҫкән хужалыҡта. Баҫыуҙарҙа был культураларҙы йыйып алыу эштәре тамамланған, хәҙер бойҙай урыуға тотонғандар.
Әлеге ваҡытта хужалыҡта урып-йыйыу эштәре бөтә көскә бара һәм 1000 гектарҙан йыйып алынған да инде. Эш темпын яуым-төшөм генә боҙа, игенселәр алдан күҙаллаған срокты оҙайта. Ә яуым-төшөмһөҙ һауа торошо торғанда, баҫыуҙарҙа өс комбайн эшләй һәм моторҙар тауышы ҡара төнгә тиклем тынмай.
Игенселәрҙең төп маҡсаты –үҫтерелгән иген культураларын юғалтыуһыҙ йыйып алыу. Ә был баҫыуҙарҙа үҙ эшен белгән һәм тәжрибәле комбайнерҙар эшләй: Йомағол Йәнсурин – ашлыҡ һуғып алыу буйынса күп тапҡырҙар чемпион, Наил Шәрипов һәм Фуат Исҡужин. Һуғып алынған уңышты ырҙын табағына ваҡытында ташыу водителдәр Рәфит Шәкиров менән Рәфҡәт Мөхәмәтрәхимовҡа йөкмәтелгән. Әйтергә кәрәк, ырҙында ла эш гөрләй, игенде таҙартыу, орлоҡтарҙы урынлаштырыу йылдам бара.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
Читайте нас: