Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
6 Сентябрь 2018, 18:46

Иген келәттә, кеше хеҙмәттә күренә

Көҙ тулы хоҡуғына инде, быны таңғы һәм киске һалҡындарҙан, иртә эңер төшөүенән һәм, әлбиттә, ямғыр йышыраҡ быҫҡаҡлауынан да һиҙергә була. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, игенселәр өсөн ҡыҙыу мәл ул. Баҫыуҙарҙа иртә таңдан алып ҡараңғы төнгә тиклем комбайн тауыштары тынмай. Хужалыҡтар тиҙ арала иген культураларын урып алырға ашыға.

Көҙ тулы хоҡуғына инде, быны таңғы һәм киске һалҡындарҙан, иртә эңер төшөүенән һәм, әлбиттә, ямғыр йышыраҡ быҫҡаҡлауынан да һиҙергә була. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, игенселәр өсөн ҡыҙыу мәл ул. Баҫыуҙарҙа иртә таңдан алып ҡараңғы төнгә тиклем комбайн тауыштары тынмай. Хужалыҡтар тиҙ арала иген культураларын урып алырға ашыға.
Районда бөртөклө культура үҫтергән хужалыҡтар байтаҡ. Шулар араһында яҡшы ғына эшләп килгән хужалыҡ –“ В. Тусалин” фермер (крәҫтиән) хужалығы. Ул яҡшылар иҫәбенән һанала беҙҙә. Әлеге ваҡытта был хужалыҡта сәсеүлек майҙандары 800 гектар тәшкил итә. КФХ башлығы алдағы йылдарҙа был һанды 1200-гә еткерергә иҫәп тота. “В.Тусалин” крәҫтиән (фермер) хужалығы 2012 йылда Үрге Ғәле ауыл биләмәһе-
нең элекке Байғужа бүлексәһе ерҙәрендә ойошторола. Ошо йылдарҙа крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы күп пландарын тормошҡа ашырырға, алдына ҡуйған бурыстарҙы атҡарырға һәм хужалыҡты техника менән тәьмин итергә өлгөргән.
Апрель айында хужа-лыҡта сәсеү эштәре ҡыҙыу барған кеүек үк, август-сентябрь айҙары баҫыуҙан уңыш йыйыу менән бәйле.
Быйылғы һауа торошо үҙенең тотороҡлоғо менән бик ҡыуандырмаһа ла, хужалыҡта иген культуралары ярайһы ғына үҫкән.
– Һолоно һуғып алдыҡ, әлеге ваҡытта арпаны йыйып алырға ашығабыҙ. Алда бойҙайҙы һуғып алыу тора әле. Йыл уңдырышлы тип әйтә алмайым, әлбиттә. Иртә яҙҙан башланған ҡоролоҡ та, йәй баштарында яуым-төшөм күләменең аҙ булыуы ла уңышта сағылмай ҡалманы. Әммә, баҫыуҙарҙа үҫкәне бөтәһе лә беҙҙеке. Быйылғы урып-йыйыу кампанияһын еңел тип билдәләй алмайым, әммә эш процесында килеп тыуған һорауҙарҙы оператив хәл итергә тырышабыҙ, баҫыуҙарҙа тик үҙебеҙҙең техниканы ғына ҡулланабыҙ. Әлеге мәлдә иген культураларын урыуға ике комбайн йәлеп ителгән. Үткән йылда һатып алынған һәм урынлаштырылған иген таҙартыу комплексы эшләй. Төп проблема – ул эшселәрҙең килеп-китеп тороуы. Аҙаҡҡы йылдарҙа кешеләр бөтөнләй эшләргә теләмәй. Шулай ҙа хужалыҡта эшсән, үҙ эшен аңлаған һәм эш һөҙөмтәһен күрергә теләгән хеҙмәткәрҙәр бихисап. Иртәнән кискә тиклем эшләгән комбайнерҙар һәм водителдәр һөҙөмтәле эш күрһәтә. Эш ваҡытын рациональ ҡулланыу йәһәтенән, улар өсөн яҡшы эш шарттары булдырылған: йылы аш менән тәьмин итеү, ауыл хужалығы предприятиеһы базаһында мунса, йорттарҙа йәшәү ойошторолған. Был ашлыҡ һуғыу мәлендә яҡшы эше менән комбайнер Михаил Чугуев, водителдәр Рөстәм Италмасов, Илдус Мостафин һәм Радик Ғиндуллиндар тырышлығы, эшһөйәрлеге менән айырылһа, оператор Әхәт Ғәлиәкбәров иген таҙартыу комплексының өҙлөкһөҙ эшләүен тәкьмин итә, – тип һөйләй крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Винер Тусалин.
Орлоҡ материалын һаҡлауға һалыу, һатыуға сығарыла торған иген культураларын әҙерләү эштәре бик ойошҡанлы бара. Быйыл хужалыҡта мал аҙығы ҡатышмаһы етештереү өсөн минизавод алынды. Сәғәтенә 4 тонна мал аҙығы ҡатышмаһы етештергән был ҡулайлама ошо арала урынлаштырылып, эшләй башлаясаҡ. Былар бөтәһе лә КФХ башлығы В.Тусалинға үҙ эшен киңәйтеүгә һәм финанс менән бәйле хәлде көйләүгә бер аҙым буласаҡ.
Бикйәндәр ҙә крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығына бушлай иген биргәне һәм урындағы халыҡҡа ҡарата иғтибарлы булғаны өсөн рәхмәтле икән. Ҡайһы берәүҙәренә ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләүҙә лә, бесәнде алып килеүҙә лә ярҙам итә В.тусалин. Бигерәк тә быйылғы ҡоро йәйҙә бесән әҙерләүҙә ярҙамы халыҡҡа ҙур була. Беҙ был хужалыҡҡа барған көндө лә унда бесән әҙерләү тамамланмаған ине әле. Был эштә механизатор Илнур Исҡужинға еткәндәр юҡ.
Хужалыҡҡа уңыштар һәм ырҙындары һәр саҡ тулы булыуын теләге килә.
Г.Таһирова.
Читайте нас: