Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
10 Сентябрь 2018, 18:28

ХЕҘМӘТЕ – ӘСЕ, ЕМЕШЕ – ТАТЛЫ

Районда уңыш йыйыуҙың тамамланыуға табан барыуы һәммәбеҙгә билдәле. Яңғырауыҡлы атамаға эйә “Стратегия” ЯСЙ-һында эштәр нисек һуң? Ошо һорау менән беҙ йәмғиәттең управляющийы вазифаһын башҡарыусы Бүләк Сәғәҙей улы Әптиковҡа мөрәжәғәт иттек. Уның һүҙҙәренсә, әле был ауыл хужалығы предприятиеһында урып-һуғыу эштәренең ҡыҙған мәле: арпа менән һоло йыйып алынған, ә игенсенең төп эше һәм өмөтө булған бойҙай урыу тулы ҡеүәтенә бара.

Районда уңыш йыйыуҙың тамамланыуға табан барыуы һәммәбеҙгә билдәле. Яңғырауыҡлы атамаға эйә “Стратегия” ЯСЙ-һында эштәр нисек һуң? Ошо һорау менән беҙ йәмғиәттең управляющийы вазифаһын башҡарыусы Бүләк Сәғәҙей улы Әптиковҡа мөрәжәғәт иттек. Уның һүҙҙәренсә, әле был ауыл хужалығы предприятиеһында урып-һуғыу эштәренең ҡыҙған мәле: арпа менән һоло йыйып алынған, ә игенсенең төп эше һәм өмөтө булған бойҙай урыу тулы ҡеүәтенә бара.
Йәмғиәттә бөтәһе 2600 гектар ер иҫәпләнһә, шуның яртыһынан күберәген бесәнлек һәм көтөүлек, ә 1100 гектарын сәсеүлектәр тәшкил итә. 300-әр гектарға сәселгән арпа менән һоло үҙ ваҡытында йыйып алынған, орлоҡҡа һәм фуражға ҡалдырылғандан башҡалары һатылып та бөткән. Игенселәр өсөн бик ауыр килгән быйылғы йыл өсөн уларҙың уңышы ярайһы ғына булған, ә бына бойҙай иһә уңышы менән һис тә ҡәнәғәтлек килтерерлек түгел: гектарынан 7-8 центнер ғына биргән. Шулай ҙа игенселәр төшөнкөлөккә бирелеп ултырмай, көндәрҙең ҡоро тороуынан файҙаланып, булған ғына уңышты юғалтыуҙарһыҙ йыйып алырға тырыша. Баҫыуҙарҙа тир түгеүсе ике тиҫтәгә яҡын кешенән комбайнерҙар Тәлғәт Ҡоҙашев менән Кинйә Һөйөндөковты, водитель Фларит Сәлиховты маҡтап телгә алырға мөмкин, ти әңгәмәсебеҙ. Ураҡ менән бер рәттән киләһе йылдың яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек, мал аҙығы етештереү эштәре лә туҡтамай.
Баҙарға һатыуға сығарылған игенде яҡташтарыбыҙ бик теләп һатып ала,ә дөйөм алғанда, “Стратегия” ЯСЙ-һы Ырымбур өлкәһе Новоорск ҡалаһынан “Адаев” ИП-һы менән хеҙмәттәшлек итә – бына өс йыл инде бөртөклө культураларҙы ошо шәхси предприятие аша урынлаштыра.
– Игенде һатыу ауыр түгел, бында проблема юҡ. Әммә беҙ йыйып алынған уңышты һатып ҡына ебәрергә түгел, иң беренсе сиратта, уны юғары уңыш бирерлек кимәлдә үҫтерергә, яҡшы итеп эшкәртергә өйрәнергә тейешбеҙ. Был мәсьәлә иһә әлеге лә баяғы финанслауға, заманса ҡорамалдар юҡлыҡҡа барып төртөлә, – ти Бүләк Сәғәҙей улы, әңгәмәне дауам итеп. – Шулай уҡ эшселәр етешмәүе лә борсой: әле беҙҙәге хеҙмәткәрҙәрҙең күпселеге – хаҡлы ялдағы өлкән кешеләр. Бер ун йылдан ерҙә эшләрлек кеше ҡалмауы мөмкин, сөнки училищелар һәм колледждарҙа ауыл хужалығы буйынса белгестәр, техник хеҙмәткәрҙәр әҙерләнеп торһа ла, уларҙың береһе лә трактор, комбайн йә машина руле артына ултырмай. Шуға күрә ауыл хужалығын күтәреү өсөн иң тәүге аҙым ул – йәш быуынды, балаларҙы дөрөҫ тәрбиәләү. Ерҙә эшләрлек, ерҙе яратырлыҡ, уның хужаһы булырлыҡ йәштәрҙе тәрбиәләмәй тороп, ауыл халҡын етеш йәшәтеү мөмкин түгел.
Оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында эшләп, ғаиләһенә тулыһынса мул тормош тәьмин иткән Бүләк Әптиков та, “Стратегия” ЯСЙ-һының ойоштороусы етәкселәре И.Ф.Мәҡсүтов менән Р.Р.Фәйзуллин да өйҙә ҡул ҡаушырып ҡына ултыра алырҙар ине. Ләкин ауылдаштарын, яҡындарын эшле һәм ашлы итеү, лайыҡлы көнитмеш булдырыу теләге менән ауыл хужалығы эшмәкәрлегенә тотонған һәм уның киләсәген өмөтлө итеп күргән фермерҙарға уңыштар теләйек. Билдәле булыуынса, тәүҙә ниәт барлыҡҡа килә, унан оҙайлы эш, аҙаҡ инде уның емештәрен татыу ваҡыты етә. Әсе тир һеңгән ауыр игенсе хеҙмәтенең емештәре татлы булыр, тип ышанабыҙ.
Зөлфирә ҠОҘАШЕВА.
Читайте нас: