Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
2 Ноябрь 2018, 19:40

Ер ҡәҙерен, мал ҡәҙерен белеп

Эйе, ергә ерегеп, шул ерҙең ҡәҙерен белеп, ең һыҙғанып эшләгән, ауыл хужалығын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерергә тырышҡан фермерҙар, байтаҡ кешене эшле иткән крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары аҙ түгел хәҙер беҙҙең районда. Шундайҙарҙың береһе тураһында бөгөнгө һүҙем.

Эйе, ергә ерегеп, шул ерҙең ҡәҙерен белеп, ең һыҙғанып эшләгән, ауыл хужалығын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерергә тырышҡан фермерҙар, байтаҡ кешене эшле иткән крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары аҙ түгел хәҙер беҙҙең районда. Шундайҙарҙың береһе тураһында бөгөнгө һүҙем.
“Беҙҙе ауыл хужалығы институты осраштырҙы һәм ҡауыштырҙы”, – тип бер-береһенә ҡарап көлөшөүенән башланды Матрай ауылында йәшәгән Илшат һәм Гөлнара Үтәшевтәр менән беҙҙең әңгәмәбеҙ. Улар икеһе лә зоотехния факультетының бер төркөмөндә уҡығандар икән.
Гөлнара Башҡор-тостандың халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәримде биргән Шишмә районы Келәш ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ. Ә Илшат – Суртанүҙәк ауылында бала сағынан атаһы Илдус ағайҙың комбайнынан төшмәй үҫкән егет. Атаһы йәйен-ҡышын тракторҙан төшмәгән, ураҡ етһә, комбайнға ултырған, хатта райондың ураҡ чемпионы (1978 йылда) булған кеше ул. Яңы ғына бишенсе класты тамамлаған Илшатҡа Илдус ағай комбайнын ҡурҡмай ышанып тапшырған. Партия райкомының беренсе секретары Дмитрий Васильевич Аверьяновтың: “Ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ, Илдустың комбайны кешеһеҙ килә!” – тигән һүҙҙәре һаман да халыҡ хәтерендә. Баҡһаң, Илшат, бәләкәй булғас, штурвал артында күренмәй ҙә килә икән.
Унынсы класҡа бара торған йылда иһә Илшаттың үҙенә айырым комбайн берке-тәләр һәм ул, 5 мең центнерҙан ашыу иген һуғып, 1 сентябрь линейкаһында “За трудовые отличия” миҙалы менән бүләкләнә.
“Институтта уҡыған-да ла йыл һайын яҙ Күгәрсен районына барып һарыҡ ҡырҡһаҡ, көҙ көнө комбайнда эшләй белгән егеттәр менән Әлшәй районы яландарын гиҙҙек, иген һуҡтыҡ”, – ти Илшат.
Хәҙерге көндә “Г.Үтәшева” крәҫтиән-фермер хужа-лығында 70 баш һыйыр малы аҫырала. 40 баш һыйырҙан һауып алынған һөт ярты сәғәт эсендә +4 градусҡа ҡәҙәр һыуытылып, Яманһаҙ һөт ҡабул итеү пунктына оҙатыла.
Крәҫтиән (фермер) хужалығын асҡанға тиклем 2005 йылда Гөлнара халыҡтан һөт йыйыу менән шөғөлләнә башлай. “Ҡатын-ҡыҙҙарҙы, йәш килен-киленсәктәрҙе был эшкә йәлеп итеүе анһаттан булманы, – ти ул. – Ике улым менән мотороллерҙа 30-40 литр һөт йыя башлап, 1 тоннанан ашыуға еткергәс, ГАЗель машинаһында йөрөп йыйыуға өлгәштек. Халыҡҡа тапшырған һөтө өсөн аҡсаһы ла көнөнөкө көнөнә түләнеп барҙы”.
Хәҙерге көндә хужабикә элекке совхоз контораһында ҡулайлаштырылған пекарняла көнөнә генә 200 икмәк бешерә. Үҙе институттың бейеү ансамблендә бейегәнгәме, бейеүселәргә генә хас хәрәкәттәр менән ҡамырҙы әүәләп, үлсәп, табаларға һала һәм мейескә оҙата.
Улдары Илфат та ауыл хужалығы институтының механика факультетын тамамлап, Баймаҡ МТС-ында яҡшы ғына тәжрибә туплап, үҙе лә крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштороп, атаһы менән бергә эшләй.
Хәҙерге көндә хужалыҡта яландан һалам ташыу менән мәшғүлдәр. Унда Рәшит, Йәүҙәт һәм Наил Теләүкәевтәр тырышып эшләп йөрөй.
Һыйыр малын 150 башҡа еткерергә тигән уйҙа Үтәшевтәр. Һыйырҙарҙың барыһы ла яһалма ҡасырыла, был йәһәттән, Яманһаҙ ауылынан йөрөп эшләгән Лилиә Ғәлиәкбәроваға бигерәк рәхмәтлеләр улар.
Хөкүмәттән субсидиялар алып, бер тоҡомло тананы 100 мең һумға алғансы, шул уҡ элита орлоҡтары менән һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу бик отошло. Былтыр ветеринария табибы Лилиә Ғәлиәкбәрова ярҙамында яһалма ҡасырған һыйырҙар көнөнә-көн быҙаулаһа, быйыл да 40 баш һыйыр яһалма ҡасырылған.
Ҡайтыр алдынан Илшат беҙҙе ашханаһына алып инеп, тәмле аш, сәй менән һыйланы. Ашнаҡсылары Нурия Сәйетова күптән үҙ кешеһенә әйләнеп бөткән. Ысынлап та, исеменә күрә, бүлмәһе нур сәсеп тора – таҙа, бөхтә, һәр нәмә үҙ урынында. Йәй көнө аштарҙы 2-3 тапҡыр төрләндереп бешерәм, ти Нурия. Өҫтәлдә үҙҙәрендә етештерелгән ит, һөт, ҡаймаҡ, ҡорот, эремсек кеүек һөт ризыҡтары өҙөлмәй.
Биш балаға ғүмер бүләк иткән Илшат менән Гөлнара Үтәшевтәргә һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләп, ауыл хужалығын үҫтереүҙәре өсөн рәхмәттәр әйтеп, йылы хушлаштыҡ.
Рәүеф ҺЕЛӘҮҺЕНОВ.
Читайте нас: