Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
22 Ноябрь 2018, 19:39

Фермерҙың уңыштары һөйөндөрә

Район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин эш планы буйынса “Аҡҡужин И.С.” крәҫтиән (фермер) хужалығында булды. Хужалыҡ башлығы Искәндәр Сәйетбаттал улы менән әңгәмә барышында Илгиз Лирман улы ҡышҡылыҡҡа күпме мал аҙығы әҙерләнеүе, малдарҙың хәле, уларҙың тоҡомон яҡшыртыу өсөн ниндәй эш алып барылыуы, продуктлылыҡ кимәле, продукцияны һатыуҙың нисек ойошторолоуы менән ҡыҙыҡһынды. Фермер хужалығын артабан киңәйтеү юлдары хаҡында ла һөйләшеү булды. Илгиз Лирман улы хужалыҡтың мал ҡураларын, иген һаҡлау складын, машиналар ихатаһын ҡараны, фермерҙың теләктәрен, үтенестәрен тыңланы, хужалыҡтың эшенә юғары баһа бирҙе.

Был фермер хужалығы 2001 йылдан алып эшләй. Тәүҙә хужалыҡ иген культуралары үҫтереү менән генә шөғөлләнә, хәҙер иһә уның фермаһы ла бар. Райондың урман зонаһында эште ике йүнәлештә алып барыу иҡтисади яҡтан отош-ло һәм үҙен аҡлай. Һәр тотонған эшен еренә еткереп, намыҫ менән башҡарып өйрәнгән фермер Искәндәр Сәйетбаттал улы малсылыҡ эшенә лә шундай уҡ тырышлыҡ менән тотона. Был эштә иң ауыр һәм яуаплы мәл – малды ҡышлатыу осоро. Ул уңышлы үтһен өсөн ҡураларың йылы, бесән-һаламың да, һутлы аҙыҡтарың да, фуражың да етерлек булырға тейеш. Быны яҡшы аңлаған фермерҙың хужалығында ҡышҡылыҡҡа бесән һәм башҡа мал аҙығы һәр саҡ артығы менән әҙерләнә. Бесән-һалам, фураж менән бер рәттән, фермер сенаж һәм силосты ла етәрлек күләмдә әҙерләй.
Тәжрибәле фермер өсөн малдарҙың тоҡомон яҡшыртыу ҙа бик етди мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Бының өсөн ул, мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа тоҡом үгеҙҙәренән бөтөнләй баш тартып, һыйыр-таналарҙы яһалма ҡасырыуға өҫтөнлөк бирә.
Аҡҡужиндың хужа-лығында бөгөнгө көндә 86 баш эре мал, шул иҫәптән 40 һыйыр бар. Һауынсылар Зәкирә Исламғолова, Лилиә Һөйөндөкова, Әлфиә Ғәниева, малсылар Мөҙәрис Аҡҡужин, Нурбулат Һөйөндөков, механизатор Мәүлетдин Аҡҡужиндарҙың тырыш хеҙмәте арҡаһында малдар һәр саҡ бағыулы, ваҡытында ашатыла, эсерелә.
Фермерҙың хеҙмәте районда ғына түгел, республикала ла юға-ры баһалана. Баш ҡалала ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан үткән тантанала Искәндәр Сәйетбаттал улы Аҡҡужинға ауыл хужалығы тармағындағы юғары күрһәткестәре өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Дипломы тапшырылды.
Район хакимиәте башлығы барған көндө Искәндәр Сәйетбаттал улы Аҡҡужиндың тыуған көнө булып сыҡты. Ғүмер байрамы менән ҡотлап, Илгиз Лирман улы уға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм еңел булмаған эшендә уңыштар теләне.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
Б.Солтанов фотоһы.
Читайте нас: