Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Ноябрь 2018, 19:02

Ауыл хужалығы алдынғыларына - лайыҡлы бүләктәр

Көҙгө эштәр тамамланғас, Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам итеү, йыл эсендә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау, алдынғы эшсәндәрҙе бүләкләү күптән инде матур йолаға әйләнгән.

Көҙгө эштәр тамамланғас, Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам итеү, йыл эсендә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау, алдынғы эшсәндәрҙе бүләкләү күптән инде матур йолаға әйләнгән.
Традиция быйыл да боҙолманы. Байрамса биҙәлгән район мәҙәниәт йорто залына райондың иң яҡшы аграрийҙары - үҙ эшенә, үҙ еренә тоғро булған кешеләр йыйылды.
Тантаналы йыйылышта район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин ҡатнашты.Үҙенең сығышында Илгиз Лирман улы үткән ауыл хужалығы йылына ҡыҫҡаса йомғаҡ яһаны, эштә ыңғай күрһәткестәргә өлгәшкән ауыл хужалығы предприятиеларын, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын, тырыш хеҙмәттәре менән районда ауыл хужалығын үҫтереүгә тос өлөш индергән алдынғы эшсәндәрҙе маҡтап телгә алды, уларға рәхмәт белдерҙе.
Шунан район башлығы ауыл хужалығы алдынғыларының, хеҙмәт ветерандарының ҙур төркөмөнә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең, Баш-ҡортостан Республикаһы Ауыл хужа-лығы министрлығының, Башҡорт-остан Республикаһы ветеринария идаралығының, район хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын, Дипломдарын, Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Ә райондың һәүәҫкәр артистары тантаналы йыйылышта ҡатнашыусыларға ҙур байрам концерты бүләк итте.
В.Климов фотоһы.
Читайте нас: