Ауыл уттары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
13 Декабрь 2018, 21:29

БЕРГӘ ЭШЛӘГӘН ЭШ БЕРӘГӘЙЛЕ БУЛА

“2018-2019 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусылар кооперацияһы системаһын булдырыу буйынса килем килтереүсе проекттар” – яңыраҡ район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге, мәғлүмәт-консультация үҙәге етәкселәре һәм белгестәре, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтары ҡатнашлығында район хакимиәтенең ултырыштар залында үткән кәңәшмәнең темаһы шулай тип аталды. Кәңәшмәне “Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы консультациялар үҙәге” дәүләт бюджет учреждениеһы директоры Ирек Зөфәр улы Сакаев үткәрҙе.

“2018-2019 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусылар кооперацияһы системаһын булдырыу буйынса килем килтереүсе проекттар” – яңыраҡ район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге, мәғлүмәт-консультация үҙәге етәкселәре һәм белгестәре, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтары ҡатнашлығында район хакимиәтенең ултырыштар залында үткән кәңәшмәнең темаһы шулай тип аталды. Кәңәшмәне “Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы консультациялар үҙәге” дәүләт бюджет учреждениеһы директоры Ирек Зөфәр улы Сакаев үткәрҙе.
Кәңәшмәне асып, район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин һөйләшеү темаһының асылын аңлатты, ауыл хужалығы ҡулланыусылары кооперативтарын төҙөү буйынса районда үткәрелгән эш тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙе. Йыл башынан районда ошо программаға ҡушылыу буйынса әүҙем эш башланды, тине ул. Һөҙөмтәлә һигеҙ дәғүәсенең өсәүһе программаға индерелде һәм ит, йөн, тире сеймалын эшкәртеү, балыҡсылыҡ продукцияһы етештереү буйынса үҙ кооперативтарын үҫтереүгә гранттар алды. Был программала ҡатнашыу урындарҙа бәләкәй хужалыҡтарҙы үҫтереүҙә ҙур ярҙам була ала, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды район башлығы. Был йүнәлештәге тәүге аҙымдар беҙҙең дөрөҫ юлдан барыуыбыҙҙы күрһәтте. Килем килтереүсе проект-тар булдырыу программаһы «урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы»на оҡшаш, ә был программаны ғәмәлгә ашырыуҙа райондың тәжрибәһе бар, шуға ла килем килтереүсе проекттар төҙөү эше ауыл биләмәләре башлыҡтары өсөн еңелерәк буласаҡ, тип билдәләне Илгиз Лирман улы.
Ауыл хужалығы консультациялар үҙәге етәксеһе И.З.Сакаев үҙенең сығышында республикала 2019 йылға ҡулланыусылар кооперацияһы системаһы булдырыу программаһын ғәмәлгә ашырыу буйынса эш башланыуы, был программа тураһында мәғлүмәтте халыҡҡа еткереүҙә ауыл биләмәләре башлыҡтары менән үҙ-ара эш итеү тәртибе һәм сроктары тураһында һөйләне. Был программа, быйылғыһынан айырмалы, йыл башынан эшләй башлаясаҡ, тип билдәләне ул. Бының өсөн норматив база булдырылған. Конкурстар февраль-март айҙарында үтергә тейеш, артабан килешеү-ярашыу процедураһы үтәсәк, ә апрелдә – май баштарында кооперативтар дәүләттән реаль ярҙам аласаҡ.
Бындай программа Рәсәй Федерацияһында юҡ, фәҡәт беҙҙең республикала ғына. Ошо программа нигеҙендә республикала үткән йылдың авгусынан алып 155 кооператив төҙөлгән. Йылайыр районында 5 кооператив теркәлгән, шуларҙың өсөһө быйыл ойошторолған. 2019 йылда килем килтереүсе проекттар программаһы буйынса грант алыу өсөн конкурста ошоғаса асылған кооперативтар ҙа, бынан алдағы йылдарҙа теге йәки был сәбәптәр арҡаһында һайлап алыу конкурсын үтә алмаған инициатива төркөмдәре лә ҡатнаша ала.
Был программаны «урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы» менән сағыштырып, И.З.Сакаев һуңғыһы социаль программа булһа, килем килтереүсе проекттар булдырыу программаһының фәҡәт иҡтисади программа булыуын, йәғни, яңы эш урындары булдырыуға, район иҡтисадына инвестициялар йәлеп итеүгә йүнәлтелгән булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм республикала күп төрлө йүнәлештәр (мал һуйыу цехтары, ит, һөт, йөн, тире, умартасылыҡ, баҡсасылыҡ, йәшелсәселек, балыҡсылыҡ продукцияһын эшкәртеү һ.б.) буйынса ойошторолған ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының уңышлы эшләп килеүенә күп миҫалдар килтерҙе.
Артабан Ирек Зөфәр улы ауыл хужалығы продукцияһы етештереүсе ваҡ һәм тарҡау хужалыҡтарҙы кооперативтарға берләште-реүҙең өҫтөнлөктәре тура-һында һөйләне. Шуларҙың иң мөһиме – кооперативтар продукция етештереү менән сезонлы түгел, ә йыл әйләнәһенә шөғөлләнә ала, был иһә әҙер продукцияны эре сауҙа селтәрҙәре аша һатырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ кооперацияға берләшеү ауыл хужалығы тауар етештереүселәренә үҙ продукцияһын эшкәртеү һәм һатыу буйынса өҫтәмә мәшәҡәттәрҙән ҡотолорға, бының өсөн киткән көстө, аҡсаны һәм ваҡытты төп етештереү эшмәкәрлегенә йүнәлтергә мөмкинлек бирә. Ә продукцияны эшкәртеү һәм һатыу менән кооператив шөғөлләнәсәк. Бынан тыш, сеймалды әҙер продукцияға әйләндереү уның өҫтәмә хаҡын да байтаҡҡа арттырырға мөмкинлек бирә, етештереүҙең рентабеллелеге күтәрелә.
Башҡортостан шәхси ярҙамсы хужалыҡтар һаны буйынса Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында беренсе урынды биләй. Кооперативтарҙа ҡатнашып ҡына улар КФХ-лар һәм ауыл хужалығы предприятиелары менән тиң хоҡуҡтар ала. Шул уҡ ваҡытта, кооперативҡа ағза булып инеп, функцияларының бер өлөшөн уға тапшырһалар ҙа, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы предприятиелары үҙ бизнесын алып барыуҙы дауам итә.
Николай МОХОВ.
Автор фотолары.
Читайте нас: