Ғөмүмән, ауыл хужалығында еңел эш ваҡыты юҡ, һәр миҙгел үҙенсә ҡатмарлы һәм яуаплы. Сәсеү мәлендә ваҡыт ҡыҫырыҡлай, уңыш йыйғанда көндәрҙең аяҙ тороуын теләйһең.
Ҡышын механизаторҙарға әҙ-күпме ял эләкһә лә, малсыларға уныһы ла тәтемәй тиерлек. Ҡыш улар өсөн – ысын мәғәнәһендә иң ҡыҙыу мәл. Һауын һыйырҙар һөттө йәйгенән кәм бирмәһен, һыуалғандары ваҡытында имен-аман быҙаулаһын, йәш мал көр булып, ауырымай үҫһен, тип күп көс һала был осорҙа мал бағыусылар. Дөрөҫөн әйткәндә, йәй, бесән осоронда уҡ башлана уларҙың был мәшәҡәттәре.
Искәндәр Аҡҡужиндың крәҫтиән (фермер) хужалығы малсылыҡ продукцияһы – ит һәм һөт – етештереү менән шөғөлләнә. Йылдың был миҙгелендә хужалыҡ эшселәре алдында малды уңышлы ҡышлатып сығарыу, бер үк ваҡытта продукция етештереүҙе лә кәметмәү бурысы тора. Бының өсөн төп шарт – мал аҙығының мул булыуы. Был йәһәттән хужалыҡ башлығының да, малсыларҙың да күңеле тыныс, мал аҙығы етәрлек әҙерләнгән.
Һис шикһеҙ, хужалыҡта эштәрҙең ыңғай барыуында ал-ял белмәй, һары таңдан ҡара кискә тиклем эшләгән малсыларҙың, һауынсыларҙың тырыш хеҙмәтен билдәләмәй булмай.