Үткән аҙнала “М.Ғ.Иҫәндәүләтов” КФХ-һы базаһында яҙғы сәсеү эштәре алдынан йыл да үткәрелеүсе традицион агрономик конференция булып уҙҙы. Унда район хакимиәте һәм мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтары ҡатнашты. Конференцияға шулай уҡ республиканың агросәнәғәт комплексында эшләгән хеҙмәттәр, ведомстволар һәм предприятиелар белгестәре, һалым хеҙмәте, пенсия фонды вәкилдәре саҡырылған ине.
КФХ-ның ырҙын табағында үткән сара башланыр алдынан Яманһаҙ мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр артистары конференцияла ҡатнашыусыларға ҙур булмаған концерт күрһәтте, уларҙа яҡшы эш кәйефе тыуҙырҙы.
Конференцияны район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин асты. Үҙенең сығышында ул һуңғы йылдарҙа райондың ауыл хужалығында күҙәтелгән ыңғай күренештәрҙе, яңы техника һатып алыныуын, яңы технологиялар индерелеүен билдәләне. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы баҫыу эшсәндәренең иғтибарын мул уңышлы, төшөмлө культуралар сәсеү кәрәклегенә йүнәлтә, тине ул. Бойҙай, арпа, һоло кеүек традицион культуралар менән бер рәттән етен, борсаҡ, гәрсис (горчица) һымаҡ культураларға ла иғтибар итә башларға кәрәк. Улар яҡшы килем килтерә, ә техника, яғыулыҡ, ашламалар ҡыйбатлана барған заманда был бигерәк тә мөһим. Ауыл хужалығын алып барыуҙың яңы, прогрессив алымдарын ҡулланғанда бөтә проблемаларҙы ла хәл итергә була. Ҡайһылайтҡанда ла уңыш беҙҙең үҙебеҙҙән, үҙ-ара килешеп эшләүебеҙҙән тора. Яҙғы баҫыу эштәрен беҙ йыл да уңышлы үткәреп, килеп тыуған проблемаларҙы бергә-бергә ыңғай хәл итеп киләбеҙ.
Район башлығы баҫыу эшсәндәренә иҫәнлек-һаулыҡ, яҙғы сәсеү эштәрен уңышлы үткәреүҙәрен, техниканың ышаныслы эшләүен, көндәрҙең матур тороуын һәм яҡшы кәйеф теләне.
Башҡортостан Респуб-ликаһының Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы урынбаҫары И.М.Шә-киров конференцияла ҡатнашыусыларға республикала техниканы ремонтлау һәм яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләү буйынса нимәләр эшләнеүе тураһында һөйләне, әлеге көндә техниканың эшкә нигеҙҙә әҙер булыуын, талаптарға һәм нормаларға тап килеүен, республикала яҙғы сәсеү эштәрен уңышлы үткәрергә мөмкинлек биреүен, беҙҙең районда техниканың күрше райондарҙағына ҡарағанда яҡшыраҡ әҙерләнгән булыуын билдәләне.
Илһам Миңлехан улы шулай уҡ яңы ауыл хужалығы техникаһы һатып алғанда һәм иҫкеһен модернизациялағанда хаҡтарҙы арзанайтыу буйынса республикала эшләп килгән программалар һәм уларҙың үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, КФХ башлыҡтарын баҫыу эштәрен үткәргән ваҡытта хәүефһеҙлек техникаһы талаптарын һәм юл хәрәкәте ҡағыҙәләрен теүәл үтәргә саҡырҙы.
Һүҙен йомғаҡлап, И.М.Шәкиров республика Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы И.И.Фазрахманов исеменән игенселәргә яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы үткәреүҙәрен теләне.
Район хакимиәте башлығы-ның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Д.Х.Юлдыбаев конференцияла ҡатнашыусыларҙы 2019 йылға планлаштырған сәсеүлек майҙандары структураһы менән таныштырҙы. Быйыл иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар 9640 гектарҙа сәселәсәк. Район игенселәре алдында 2024 йылға тиклем игендең тулайым йыйымын бер ярым тапҡырға арттырыу бурысы тора. Бының өсөн йыл һайын сәсеү әйләнешен кәмендә 1000 гектарға арттырып барыу кәрәк. Ғәмәлдә сәселгән майҙандар планда билдәләнгән һәм сәсеү әйләнешенә индерелгән майҙандар менән мотлаҡ тап килергә тейеш.
Рәсәй Пенсия фондының Йылайыр районындағы идаралығы етәксеһе Р.Р.Амантаева конференцияла ҡатнашыусыларҙы 2019 йылдың 1 ғинуарынан пенсия тураһындағы ҡануниәткә индерелгән үҙгәрештәр менән таныштырҙы, ауыл хужалығында стаж өсөн түләүҙәрҙе арттырыу менән бәйле үҙгәрештәргә айырыуса ентекле туҡталды.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 37-се район-ара инспекцияһы начальнигы урынбаҫары А.В.Дубровский крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының һалымдарҙы түләү үҙен-сәлектәре, һалымдар тураһында ҡануниәттәге һуңғы үҙгәрештәр, отчеттар биреү ваҡыты һәм тәртибе тураһында һөйләне.
“Россельхозцентр” федераль дәүләт бюджет учреждениеһы филиалының Ейәнсура район-ара бүлеге начальнигы В.Х.Тажмөхәмәтов район хужалыҡтары буйынса сәсеү материалына анализ яһаны.
“Союзагрохим” ЯСЙ-һы вәкиле Р.Ф.Ғәҙелшин орлоҡ материалын эшкәртеүҙә ҡулланылған ағыуҙар, фунгицидтар һәм үҫемлектәрҙе һаҡлауҙың башҡа саралары, уларҙы һатып алыу мөмкинлектәре һәм ҡулланыу үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.
Агроконференцияның ғәмәли өлөшөндә аграрийҙар М.Ғ.Иҫәндәүләтов КФХ-һының машина-тракторҙар паркы, уның баҫыу эштәренә әҙерлеге, орлоҡтарҙы ағыулау барышы менән танышты. Морат Ғәлимйән улы хужалығындағы эштәр барышы, киләсәккә пландары тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе.
Автор һәм Б.Солтанов фотолары.