Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
13 Май 2019, 19:32

Көнө йылды туйҙырыр мәлдә игенселәр өсөн ял юҡ

Эйе, был көндәрҙә баҫыу эшсәндәре ҡырҙан ҡайтып инмәй, тиһәк тә ныҡ арттырыу булмаҫ, сөнки ауыл эшсәндәре өсөн иң ҡыҙыу, оҙон-оҙаҡҡа һуҙырға ярамаған кампания – яҙғы сәсеү бара.Мәҫәлән, “Стратегия” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте игенселәре, йылдағыса, сәсеүгә районда иң тәүгеләрҙән булып төштө һәм әлеге ваҡытта был эште тамамлауға ла яҡынлай инде.Быйыл был хужалыҡ сәсеүлектәренең 700 гектарын – арпа, 400 гектарын ҡаты сортлы бойҙай биләйәсәк. Тағы ла 150 гектарға суданка сәсәсәктәр.ЯСЙ етәксеһе Бүләк Әптиков ошо көндәрҙә баҫыуҙа ал-ял белмәй эшләп йөрөгән механизатор Тәлғәт Ҡоҙашевтың, сәсеүсе Марс Зөлҡәрнәевтең һәм орлоҡ ташыусы водитель Мөхәмәтйән Игебаевтың эшенән ҡәнәғәт. “Тырыш егеттәр, эштең рәтен беләләр, өйрәтеп-күрһәтеп торорға кәрәкмәй, – ти ул. – Шуға ла сәсеүҙе ваҡытында үткәрәсәгебеҙгә ышанысым ҙур”.В.Климов фотоһы.

Читайте нас: