Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
16 Май 2019, 19:27

Һабанда һайрашмаһаң...

Эйе, нәҡ шулай, һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың. Халҡыбыҙҙың был тапҡыр һүҙҙәрен крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Йәмил Алғошаев та, уның эшселәре лә бик яҡшы аңлай.

Эйе, нәҡ шулай, һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың. Халҡыбыҙҙың был тапҡыр һүҙҙәрен крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Йәмил Алғошаев та, уның эшселәре лә бик яҡшы аңлай.
Сәсеүгә төшкәндән алып көндө төнгә ялғап тигәндәй эшләгән хужалыҡ игенселәре бөгөн был эште ослап та килә инде.
Сәсеүҙә ҡеүәтле техника – бер К-700 һәм ике Т-150 тракторҙары эшләй. Бөтәһе лә яңы. Шулай уҡ биш модулле сәсеү комплексын да яңынан һатып алғандар. Былар бөтәһе лә хужалыҡҡа сәсеү эштәрен йылдам алып барырға мөмкинлек бирә. Әгәр ул техникала тырыш һәм ышаныслы кешеләр эшләһә, әлбиттә. Был йәһәттән КФХ башлығы тыныс – игенсе хеҙмәтенең ҡәҙерен белгән кешеләр эшләй унда. Ә эшләгән кешегә тейешле шарттар ҙа булдырырға тырыша Йәмил Сәмиғулла улы: ҡырҙа ятып эшләгән сәсеүселәр өсөн күсмә мунсаһына тиклем уйлаған. Ә уларҙы көнөнә 4 тапҡыр тәмле аш менән ашнаҡсы Миңһылыу Шахморатова һыйлай.
Әлеге көндә сәсеүҙә эшләп йөрөгән тәжрибәле механизатор Вәкил Теләүшиндең дә, йәш механизаторҙар Йыһанур Юлгилдин, Илмир Асылов, Райман Алғошаевтарҙың да, сәсеүсе-курсант Рафаэль Юлгилдиндең дә, орлоҡ ташыусы водителдәр Виктор Мущелев менән Наил Йосоповтың да, механик Хәбир Йосоповтың да, орлоҡ комплексы мөдире Айбулат Алғошаев менән келәт мөдире Ишкилде Кәримовтың да хеҙмәтенән бик ҡәнәғәт КФХ башлығы.
Ф.Дауытов.
В.Климов фотолары.
Читайте нас: