Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
20 Май 2019, 19:41

Беҙҙең районға Илшат Фазрахманов килде

18 майҙа республика буйлап эш сәфәре барышында беҙҙең районға рес-публика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы минис-тры вазифаһын башҡарыусы И.И.Фазрахманов килде. Уны район буйлап министр урынбаҫары И.И. Сурков һәм район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллин оҙа-тып йөрөнө.

18 майҙа республика буйлап эш сәфәре барышында беҙҙең районға рес-публика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы минис-тры вазифаһын башҡарыусы И.И.Фазрахманов килде. Уны район буйлап министр урынбаҫары И.И. Сурков һәм район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллин оҙатып йөрөнө.
Республиканың аграр секторы етәксеһе Урал аръяғы агроинженерия колледжының иген баҫыуында булды. Бында Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты ғалимдары, баҫыуҙы демонстрация участкаларына бүлеп, 100-ҙән ашыу сортлы төрлө культуралар сәскән. Уларға Урал аръяғы райондарының быйыл беҙҙә үтәсәк “Баҫыу көнө-2019” зона семинар-кәңәшмәһендә баһа биреләсәк.
Министр менән район етәксеһе һәм ауыл хужалығы белгестәре араһында эшлекле һөйләшеү булды. И.И.Фазрахманов яҙғы баҫыу эштәренең барышы, яғыулыҡ-майлау материалдары, орлоҡтар, техника менән тәьмин ителеш һәм башҡа мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһынды, аграрийҙарҙың эшенә ыңғай баһа бирҙе, яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы тамамлауҙарын теләне.
Н. Мохов фотоһы.
Читайте нас: