Районда мал аҙығы әҙерләү кампанияһы башланды, тимәк, яуаплы мәл етте. Ә бит малдарҙы имен-аман ҡышлатыу өсөн аҙыҡтың да сифатлы һәм ваҡытында әҙерләнеүе мөһим.
Уҙған аҙнала Бәрҙәш ауыл биләмәһендә мал аҙығы әҙерләү кампанияһына арналған семинар-кәңәшмә үтте. Сара район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин, уның урынбаҫары Д.Х.Юлдыбаев, мәғлүмәт-консультация үҙәге, район ветеринария станцияһы етәкселәре һәм белгестәре, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, шәхси хужалыҡ башлыҡтары ҡатнашлығында үтте.
Район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин үҙ сығышында мал ҡышлатыу миҙгеленә ентекле әҙерләнергә һәм был эштә булған потенциалды ҡулланырға саҡырҙы. “Быйылғы ҡоролоҡ үҙенекен эшләне – бесән юҡ, тиерлек. Һауа торошо ла бер ни вәғәҙәләмәй, яуым-төшөм әлегә көтөлмәй. Әммә ауыл эшсәндәренең күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп бармауҙарын яҡшы беләбеҙ. Тәүҙә нимә бар шуны йыйып алырға, ә аҙаҡ, етмәҫтәй булһа, был мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләргә кәрәк. Әле мал аҙығын әҙерләүгә тәғәйенләнгән техникаға күҙ һалһаң, кампанияға яҡшы әҙерлекле булыуығыҙ күренә. Шуны ла әйтергә кәрәк, беҙҙең район шәхси секторҙарҙағы техника һаны буйынса республикала алдынғы позицияны биләй. Ә бына малсылыҡ продукцияһын етештереү буйынса хәл әллә ни тотороҡло түгел. Динамика йә күтәрелә, йә аҫҡа төшә.
Әлбиттә, бөтәһе лә малсылыҡ продукцияһының баҙар хаҡына, халыҡтың һорауына бәйле икәнен аңлайбыҙ. Шулай ҙа, ауыл ерендә мал тотмай йәшәп булмай. Минеңсә, беҙгә һөтсөлөктө лә, итселекте лә үҫтерергә кәрәк. Сөнки был беҙҙең шәхси һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының төп үҫеш нигеҙе булып тора. Мал аҙығының әҙ күләмдә әҙерләнеүе мал һанын кәметеүгә килтерергә тейеш түгел”, – тине Илгиз Лирман улы.
Сығышы һуңында район хакимиәте башлығы крәҫтиән (фермер), шәхси хужалыҡтар башлыҡтарына мал аҙығы әҙерләү кампанияһында уңыштар, алдағы ҡышлатыуға ышаныслы запас менән инеүҙәрен теләне.
Бәрҙәш ауыл биләмәһе башлығы С.Н.Трофимов территорияның социаль-иҡтисади торошо, инфраструктураһы, етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһы, крәҫтиән (фермер) һәм шәхси хужалыҡтарҙың тракторҙар менән тәьмин ителеше, мал аҙығы әҙерләү техникаһы менән таныштырҙы, ғөмүмән, ауыл хужалығы тармағының үҫеш юлдарын барланы.
Артабан сығыш яһау өсөн һүҙ “РОБОТЕКС” компанияһының һатыу бүлеге етәксеһе С.Р.Зариповаға бирелде. Ул, үҙ сиратында, компания тураһында һөйләне. “РОБОТЕКС” Башҡортостан Республикаһында, Свердловск, Төмән, Ҡурған өлкәләрендә һәм Ханты-Манси автономиялы округындағы Lely Industries N.V. компанияһының рәсми дилеры булып тора. Унда һыйыр һауыу, мал ашатыу һәм эре малдарҙы ҡарау, бағыуҙың роботлаштырылған системалары етештерелә.
Семинарҙа ҡатнашыусыларҙа был мәғлүмәт ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, һорауҙар ҙа күп булды, беҙҙең район шарттарында системаның ҡулланылышы, үҙ-үҙен аҡлау-аҡламауы хаҡында ла әңгәмәләштеләр. Һөйләшеү һуңында был компания менән артабан да хеҙмәттәшлек итергә һәм берҙәм проекттарҙа ҡатнашыу мөмкинлектәрен ҡарарға тигән дөйөм фекергә килделәр.
Мәғлүмәт-консультация үҙәгенең зоотехник-консультанты Т.Ғ.Әбдел-мәнов үҙ сығышында сифатлы, бөтә технологияларҙы үтәп әҙерләнгән аҙыҡ менән туҡландырған саҡта малдарҙың продуктлылығы артыуы хаҡында һөйләне.
Семинар-йыйылыштың практик өлөшөндә унда ҡатнашыусылар Бәрҙәш ауыл биләмәһендәге крәҫтиән (фермер) һәм шәхси хужалыҡтарындағы техника менән танышты. Игенселәр тракторҙар, бесән сапҡыстар, тырмалар, пресс-йыйыу машиналарын, иген урғыстарҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Улар араһында бер нисә тиҫтә йыл хеҙмәт итеп тә, тағы ла әллә күпме ваҡыт файҙа килтерерҙәй техника өлгөләре бар ине. Был, әлбиттә, «тимер ат»ты ваҡытында ҡарап, майлап, йүнәтеп тороуға бәйле. Юғары етештереүсәнлеге менән айырылып торған заманса тракторҙар ҙа, уңыш йыйыу агрегаттары ла, ауыл хужалығы машиналары йыйылмаһы менән мини-техника ла күрһәтелде семинарҙа ҡатнашыусыларға. Йыйылыусыларға урындағы оҫта С.П.Максимовтың үҙе ҡорған тракторы айырыуса оҡшаны.
Техникаларҙы ҡараған ваҡытта район хакимиәте башлығы уларҙың хужалары менән әңгәмәләште. Фермерҙарҙан һәм КФХ башлыҡтарынан хужалыҡтағы хәл-торош, киләсәккә пландары хаҡында һорашты.