Йәйҙең бер көнө – йылды туйҙыра, тигәндәй, бөгөн ауыл кешеһен мал ҡышлатыуға бесән әҙерләү проблемаһы борсой. Борсой ғына түгел, ә ҡурҡыныс менән янай. Сөнки быйылғы ҡоролоҡта мал аҙығы әҙерләү ауырға төшәсәк. Ямғырһыҙ йәй үҙенекен итте – баҫыуҙарҙа үлән ҡалҡманы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, крәҫтиән(фермер) һәм шәхси хужалыҡтарҙа был мөһим ауыл хужалығы кампанияһына тотонғандар ҙа инде.
Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа бесән сабыу һәм уны йыйып алыу дәррәү генә бара. Мәҫәлән, шәхси хужалыҡ башлығы Рәсүл Сәлимйән улы Ласынов, ҡалған үләнде ҡояш көйҙөрмәҫ борон, тип ең һыҙғанып эшкә тотонған. Әлеге мәлгә ул районда тәүгеләрҙән булып бесәнгә төшкән кеше.
– Бөгөнгө көнгә йыйып алған бесән минең ҙур булмаған хужалығымдағы малды ҡышлатыуға етер, тип уйлайым. Ә бына малдарҙы күпләп үрсеткән ҙур крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына ҡыйынға тура киләсәк, әммә төшөнкөлөккә бирелмәйек әле, – ти тәжрибәле хужа Рәсүл Сәлимйән улы.