Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
25 Июль 2019, 19:18

Ҡымыҙ эшләүсе Абдуловтар

Йылҡысылыҡ – борондан ҡалған, матди мәҙәниәтебеҙҙең ғәйәт ҙур өлөшөн тәшкил иткән тармаҡтарҙың береһе. Халҡыбыҙ борон-борондан йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән. Шуға күрә башҡортто атһыҙ күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа билдәләнеүенсә, әллә ни хәлле һаналмаған башҡорттоң да 15-ләп йылҡы малы булған. Башҡорттарҙа ат башлыса өс йүнәлештә аҫралған. Иң беренсе, әлбиттә, ауға йөрөр өсөн. Өйөрҙәге иң етеҙ, йылдам аттар һайлап алынып, махсус рәүештә һунарға тәрбиәләнгән. Икенсе йүнәлеш -эш аттары. Өсөнсөһө – ит һәм һөт өсөн. Итенән файҙалы ризыҡтарҙың береһе –ҡаҙылыҡ, ә бейә һөтөнән шифалы эсемлек – ҡымыҙ яһалғанын белмәгән кеше юҡтыр.

Йылҡысылыҡ – борондан ҡалған, матди мәҙәниәтебеҙҙең ғәйәт ҙур өлөшөн тәшкил иткән тармаҡтарҙың береһе. Халҡыбыҙ борон-борондан йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән. Шуға күрә башҡортто атһыҙ күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа билдәләнеүенсә, әллә ни хәлле һаналмаған башҡорттоң да 15-ләп йылҡы малы булған. Башҡорттарҙа ат башлыса өс йүнәлештә аҫралған. Иң беренсе, әлбиттә, ауға йөрөр өсөн. Өйөрҙәге иң етеҙ, йылдам аттар һайлап алынып, махсус рәүештә һунарға тәрбиәләнгән. Икенсе йүнәлеш -эш аттары. Өсөнсөһө – ит һәм һөт өсөн. Итенән файҙалы ризыҡтарҙың береһе –ҡаҙылыҡ, ә бейә һөтөнән шифалы эсемлек – ҡымыҙ яһалғанын белмәгән кеше юҡтыр.
Марат Хөрмәт улы Абдулов ҡымыҙ эшләү менән ике тиҫтәнән ашыу йыллап шөғөлләнә. Атаһының башланғысын улы Фәрит тә дауам итә.
Ошо ваҡыт арауығында Абдуловтарҙың хужалыҡтары туҡтауһыҙ үҫешә. Бөгөнгө көндә ул - башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү һәм тәрбиәләү яҡшы ойошторолған, традицион технология буйынса юғары сифатлы ҡымыҙ етештергән ҙур ферма. Ҡымыҙҙың ысынлап юғары сифатлы икәнен наградалары һөйләй: 2000 йылда ҡымыҙ етештереүселәрҙең республика конкурсында М.Х. Абдуловтың продукцияһы өсөнсө урын яулай, 2011йылда - беренсе урын, 2015 йылда “Урал аръяғы ҡымыҙы” конкурсында икенсе урынға лайыҡ була.
Беҙҙең корреспондент Марат Хөрмәт улы менән осрашып, унан хужалыҡтары, киләсәккә пландары тураһында һорашты.
– Йылҡы үрсетеү һәм ҡымыҙ эшләү менән мин 1998 йылдан шөғөлләнәм. Хәҙергә көндә фермала 83 бейә, 43 баш ҡолон, 15 баш йәш мал һәм ике айғыр бар. Һауыла торған бейәләр һанын 100 башҡа еткереп, район үҙәгенең ҡымыҙға ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерергә ниәтләйбеҙ, – ти йүнсел хужа. – Йылҡы фермаһының төп йүнәлеше – ҡымыҙ етештереү. Йәй миҙгелендә традицион техника менән, ҡулдан, көнөнә 150-160 литр ҡымыҙ эшләйбеҙ. Пландарҙа йыл әйләнәһенә ҡымыҙ етештереүҙе ойоштороу. Ҡасандыр ҡышҡыһын аттарҙы Яманһаҙға тибенлеккә ҡыуа торғайныҡ, хәҙер инде уларҙы үҙебеҙҙә тотабыҙ. Крәҫтиән (фермер) хужалығының етештереү базаһын да туҡтауһыҙ тулыландырып торабыҙ. Аттар торған территорияны ҙурайттыҡ. Лапаҫтар, йылҡы малын тотор өсөн ҡуралар төҙөнөк. Әҙҙән генә башлағайныҡ, ә хәҙер һимертергә ҡуйылған малдарға, эш аттарына, һауа торған бейәләргә айырым урын булдырылды. Бейәләрҙе һауыр өсөн махсус ергә индерәләр, эшселәр ҡолондарҙы айыралар, һауынсылар инде тик һауыу менән булыша. Был эш ҡулдан башҡарыла, перспективала һауын аппараттарына күсеү. Үҙгәрештәр кисергән хеҙмәт шарттары санитар-гигиена талаптарын теүәл үтәргә, эш урынын таҙалыҡта һәм тәртиптә тоторға мөмкинлек бирә.
Йылҡы фермаһы хеҙмәткәрҙәренә барлыҡ шарттар булдырылған. Элек вогондарҙа йәшәһәләр, хәҙер улар өсөн айырым бүлмәләр һәм ашхана менән йорттар төҙөлдө.
Киләсәккә пландарға килгәндә, хужалыҡты тағы ла киңәйтергә ине. Әгәр дәүләт 5 процентлы кредит менән ярҙам итһә, өс миллионға һөт продукцияһын етештереү заманса санитар-гигиена нормативтарына тап килтерелгән, эҫе, һыуыҡ һыу килеп торған, душ бүлмәле, һыуытҡыс камерала һ.б. ҡымыҙ цехы, шулай уҡ бесән һаҡлау өсөн кәртә-ҡуралар төҙөргә ниәтләйбеҙ. Шулай уҡ ат туғарырға һыу ятҡылығы кәрәк.
Быйыл мал аҙығы әҙерләү мәсьәләһе киҫкен тора, сөнки үлән бик насар. Әҙ түгел майҙан сабылған, ләкин бары 100 рулон бесән әҙерләнек, ә әлеге мал һанын һаҡлап алып ҡалам тиһәң, 1000-дән дә кәмерәк булмаҫҡа тейеш. Бесәнлек, көтөүлек майҙандарына наҡыҫлыҡ юҡ, территория ҙур, ләкин мал аҙығы базаһын нығытыр өсөн иген, айырыуса һоло үҫтереү менән шөғөлләнергә кәрәк. Быйыл был эште башлап ҡараныҡ: 10 гектар ергә һоло сәстек. Был өлкәлә эште ныҡлап башлар өсөн кәрәкле сәсеү һәм ер эшкәртеү инвентары мотлаҡ. Әлбиттә, баҫыу белгестәре түгелбеҙ, ләкин иң мөһиме теләктер, тип уйлайым.
Төп килемде ҡымыҙҙан алабыҙ. Йылҡы фермаһында өс көтөүсе, ике һауынсы һәм бер тракторсы эшләй. Намыҫлы хеҙмәткәрҙәргә сезон аҙағында 20 меңдән 30 меңгә тиклем премия түләнә. Мәҫәлән, йылҡысы В. Х. Авдонинға, сезон һөҙөмтәләре буйынса, ике йыл рәттән премия бирелде. Шулай уҡ һауынсыларыбыҙ А. М. Үтәева һәм З. Б. Зарипова һәм йылҡысы Р. Абдуллин намыҫлы хеҙмәттәре өсөн бары тик рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡтар.
“Абдулов М. Х.” крәҫтиән (фермер) хужалығы беҙҙең районда ғына түгел, күрше өлкәләрҙә лә танылыу яулаған. Был, әлбиттә, бушҡа түгел, сөнки хужалыҡта етештерелгән ҡымыҙҙың сифаты юғары, реклама кәрәкмәй, урында уҡ һатып алып бөтәләр. Ферма Бәрҙәш ауыл биләмәһе территорияһында урынлашҡан. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы С. Н. Трофимов һүҙҙәренсә, Абдуловтар менән яҡшы мөнәсәбәт булдырылған, ә был үҙ сиратында күп кенә хужалыҡ мәсьәләләрен тиҙ генә бергәләп хәл итергә ярҙам итә.
Йүнселлек, маҡсатҡа ирешеүсәнлек, хеҙмәт яратыу, тәжрибәлелек кеүек сифаттарға эйә аталы-уллы Абдуловтарға хужалыҡ эштәрен уңышлы алып барыу бер ни тормай, алдағы уй-маҡсаттарының тормошҡа ашасағына ла шик юҡ.
Н. Мохов.
В. Климов фотоһы.
Читайте нас: